борҡотоп тәмәке тарталар. Араҡы эсер булһағыҙ, рюмка тотҡан бармаҡтарығыҙҙы һындырырбыҙ, тиҙәр. Үҙҙәре теләнселәп араҡы эсәләр, яңы ғына эсә башлаған йәш егеттәргә "Вот, маладис!" - тип тә ебәрәләр. Был өлкәндәрҙең ҡасан ысынды, ҡасан бушты һөйләгәндәрен нисек белергә?"
Кәрим атаһының эскәнен бер ҡасан да күргәне юҡ, тәмәкене лә бөтөнләй тартмай. Шулай булһа ла, эсмәгеҙ-тартмағыҙ, тип һөйләнеп йөрөмәй. "Кеше әйберенә теймәгеҙ, урлашмағыҙ, алдашмағыҙ", - тип әйтеп кенә тора.
Кәрим уйланып ултыра бирҙе лә: "Бүтәндәргә иғтибар итмәҫкә, үҙенең атаһын ғына тыңларға", - тип ниәт итеп уйнарға сығып китте...
ФӘНИС БӘҘРЕТДИНОВ.