Өлкән айыуҡай апай кешенеке, ҡәҙерләп кенә тота. Һеңлеһенә лә тейергә ҡушмай. Тик ул һорап мыжыһа, ҡай саҡ биреп тә ҡуя. Шул саҡ иҙәндә лә ятып торорға тура килә матурҡайға.
Бер көн бәләкәй ҡыҙсыҡ әсәһенән:
- Әсәй, һиңә апайымдың айыуы оҡшаймы? - тип һорай.
- Эйе, оҡшай, ҡыҙым, матур бит бигерәк. Ә һиңә?
- Ә миңә оҡшамай!
- Аһ-аһ, һинекенә ҡарағанда шәберәк тә һуң, таҙа ғына.
- Шулай шул, шуға мин уны яратмайым, мин көнләшәм, - тип серен сискән ҡыҙ бойоҡ ҡына итеп әсәһенә.
- Эй, балаҡайым, һин үҙеңдең кисерешеңде дөрөҫ баһалап, уны йәшермәүең бик шәп тә, тик көнләшеүҙең биик насар тойғо икәнен аңла, - тигән дә әсә кеше, ни өсөн көнсөллөк тойғоһон үҫтермәҫкә, тамырынан йолҡоп ырғытырға, кешеләрҙең уңышына, яңы, матур әйберенә, эшләгән изгелектәренә көнләшеп ҡарамаҫҡа кәрәклеген аңлатҡан. Көнсөл булмаһаң, кешенең изгелектәренә, үрләгән үрҙәренә, файҙалы һөнәрҙәренә шөкөр итеп, ҡыуанып йәшәһәң, үҙең дә үҫешәһең, Аллаһы тәғәлә үҙе лә һине бүләкләп кенә торор, тип тә өҫтәгән.
Шунан, бәләкәй ҡыҙсыҡ һығымта яһаған, булған уйынсыҡтарын да ҡәҙерләргә, һаҡларға, шөкөр итергә кәрәклеген төшөнгән. Ә ҡурҡыныс сир "көнсөллөктө" ҡабат күңеленә яҡынлатмаҫҡа үҙенә һүҙ биргән.
Күсәрбаева Раушания.
+14 °С
Болотло