+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
27 Февраль 2021, 13:26

КҮПКӘ ӨМӨТ ИТЕҮ - ТӘБИҒИ

Балаға теләгәнен һорау мөмкинлеген бирергә кәрәк. Шул саҡта тыумыштан килгән маҡсатыңа өлгәшә белеү сифаты тулыһынса үҫешә...

Балаларға йыш ҡына сама белергә ҡушыла. Бары тик үҙен генә уйлаған, артыҡ иркәләнеп үҫкән, насар балалар ғына күпте теләй, тип һеңдерелә. Булғанына рәхмәт әйт әле, тиелә, ниҙер таптырған сабыйға.
Балалар күпме һорарға мөмкинлеген белмәй, әлбиттә. Ыңғай тәрбиәләү алымдары балаларҙы нимә теләгәндәрен белдерергә өйрәтә. Ләкин бүтәндәрҙе лә хөрмәт итеү кәрәк, ти. Улар нимә теләгәндәрен кемдер оялтыр тип уйламай еңел генә һорай ала.
Әгәр бәләкәстәргә иркен рәүештә һорарға мөмкинлек бирмәһәң, улар нимә мөмкин, ә нимә юҡ икәнен белмәй ҡалыуҙары ихтимал. Ата-әсәләрҙең күбеһе - һәләтһеҙ дипломаттар. Бала ыңғай яуап көтмәһә, бер нәмә лә һорамай. Кире яуап ишетә икән, улар йә үпкәһен эсенә йәшереп ситкә китә, йә илай.
Балаға теләгәнен һорау мөмкинлеген бирергә кәрәк. Шул саҡта тыумыштан килгән маҡсатыңа өлгәшә белеү сифаты тулыһынса үҫешә. Үҫкәс, кире яуап иштеһә лә, һығылып төшмәйәсәк. Бәләкәйҙән һөйләшеүҙәр алып барырға, килешергә өйрәнәсәк. Быны тыңламаған баланың ыңғайына торору тип аңларға ярамай. Ыңғай тәрбиә ысулдарын ҡулланған ата-әсә балаһы менән һөйләшеүҙәр алып бара белә һәм сикләүҙәр ҙә ҡуя ала.
Бала күпкә өмөт итеүҙән ҡурҡмаһа, уны маҡсат ҡуйырға, хыялланырға, уларҙы тормошҡа ашырырға өйрәтеп була. Ә беҙ, ғәҙәттә, күпкә өмөт итеүҙе оят һанайбыҙ. Киреһенсә, бүтәндәрҙең ихтыяждарын йүгереп йөрөп үтәргә әҙербеҙ. Үҙебеҙ өсөн һәр саҡ самалап һәм аҙағыраҡ...
Читайте нас: