Асыуланыу, бойоғоу, ҡурҡыу, күңел ҡайтыу, борсолоу, уңайһыҙланыу, оялыу, ҡыҙғаныу, үпкәләү тәбиғи һәм нормаль хәл генә түгел, ә үҫештең мөһим билдәләре. Ата-әсәләргә, балаһы кире тойғоларын күрһәткәндә лә, аҡыл менән эш итер кәрәк. Кәзәләнеп киткән саҡтарында һуғыу, баҫырға тырышыу дөрөҫ түгел барыбер ҙә. Был осраҡтарҙа тайм-аут, йәғни тәнәфес биреп алыу ярҙамға килә. Мәҫәлән, бер нисек тә ыҡҡа килмәй сәрелдәгән баланың янынан китергә лә үҙ эшең менән булырға. Бер урында ғына ултырып торһон, бүлмәһенән сыҡмаһын. Уны йыуатырға тырышыу - файҙаһыҙ.Күпмелер ваҡыт үткәс, тыныслана ул.