+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
24 Февраль 2021, 11:15

"ҠУЯН" (ХИКӘЙӘ)

... Әһә-ә! Эләктеңме инде, күптән тота алмай интегә инем, үҙең килеп ҡаптың! — тип, “ҡуян”ды яғаһынан бөрөп тотоп та ала. ...

“ҠУЯН”
(хикәйә)
Бер көн шулай “ҡуян” ғәҙәттәгесә автобус туҡталышына йүнәлә. Уға кәрәк маршрут та оҙаҡ көттөрмәй. Күтәренке кәйеф менән баҫманан-баҫмаға һикерә-һикерә менеп тә китә. Иң төпкә — бер мөйөшкә барып баҫа ла урам ҡарап барғанбула. Ә автобустың эсе — гүйә, умарта: “гөж” килә. Кеше башы аша бер яҡҡа аҡса, икенсе яҡтан билет “йөрөй”. Кемдер үҙенең хәбәрҙәре менән бүлешә. Балалар шаулаша, береһе: “Баҡсаға бармайым!” — тип илай. Икенсеһе ҡысҡырып шиғыр һөйләй. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла көндәгесә.
Юлдың яртыһы үтелгәс, автобус эсе бушап ҡала. Бына “ҡуян”ға ла сығырға ваҡыт етә. Алан-йолан ҡарана ла “фыртауай” баҫып ҡына ишек тотҡаһына ҡулын һуҙа. Шул ваҡыт шофер ҡапыл тормозға баҫа. Баҡтиһәң, юл ҡағиҙәһен боҙоусы арҡаһында икән. Ә тотоноп өлгөрмәгән “ҡуян” йүгереп түгел, осоп тигәндәй һатыусының ҡулындағы билет йомғағына барып йәбешә. Шунан “дөбөр-шатыр” килеп тәгәрләп тә китә. Билеттарҙың бер башы һатыусыла, икенсеһе — “ҡуян”да. Ҡурҡышынан бер ни аңламаған “мәхлүк” тора алмайынса таҫмалай һуҙылған билеттарға урала ла урала. Килеп сыҡҡан был аңлайышһыҙлыҡтан — кемдер әрләшә, кемдер көлә... Ә билет һатыусы, иһә:
  • Әһә-ә! Эләктеңме инде, күптән тота алмай интегә инем, үҙең килеп ҡаптың! — тип, “ҡуян”ды яғаһынан бөрөп тотоп та ала. “Ни тиклем билетҡа уралғанһың, барыһын да һатып ал! Ә быныһы, иһә, ҡасып йөрөгәнең өсөн һиңә штраф!” — тип түләү ҡағыҙы тоттора. Оятынан бер ҡыҙарып, бер бүртенә теге. Башын да күтәрмәйенсә кеҫәһендәге бер мең аҡсаһын билет һатыусыға бирә лә сығып йүгерә. Артынан “тәпәйҙәре” генә ялтырап ҡала.
  • Бына шулай итеп бушлай йөрөргә яратҡан “ҡуян” ҙур һабаҡ ала. Һәм башҡаса бер ваҡытта ла улай эшләмәҫкә үҙ-үҙенә һүҙ бирә.
    Читайте нас: