+14 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
23 Февраль 2021, 22:45

"АТАЙ САМОЛЕТ АПҠАЙТА!"

Әнисә Муллағолова: - Әллә берәй әмәлен табып, бармайһыңмы шунда, балам? - тим.- Улым үҫкәс хеҙмәт тураһында һораһа, ана, ҡартатайыңдан белеш, тейергәме, әсәй..?

Тормош - ҡуласа. Заманында атайым Муса Ишйәров Хәрби һауа көстәрендә хеҙмәт иткән. Армия сафына алынғанда улы тыуған булған. Ейәненең дә - Нияз улымдың - шулай булды: ВВС (2013-2014) һәм малайлы!
Вузды бөткәйне ул, юрист.
- Әллә берәй әмәлен табып, бармайһыңмы шунда, балам? - тим.
- Улым үҫкәс хеҙмәт тураһында һораһа, ана, ҡартатайыңдан белеш, тейергәме, әсәй..?
Өнһөҙ ҡалдым. Шулай телем тиҙ бәйләнде.
Тәүҙә - Пермгә, күп тормай Силәбегә ебәрҙеләр. Шунда присяга ҡабул итте. Армавирҙа ла, Ҡара диңгеҙ буйында, байтаҡ тир түкте... Улымды оҙаҡ күрмәү шул әрме осорона тура килде. Отпускым мәлендә бер нисә сәғәт кенә осрашыу өсөн ҡыҙым менән барып ҡайттыҡ.. . Хәҙерге әсәләргә, шөкөр, ундай форсат бар. Ә ҡартәсәйем улын, атайымды, әрменән 4 йыл көткән!
Миңә бер йыл да күп тойолдо... Шул арала ла ниҙәр уйлап, ниҙәр кисереп өлгөрмәйһең .. !
Ейәнемдең теле асылғас: "Атай миңә самолет апҡайта!" - тип көттө. Ысынлап та, уйынсығын күреп, эй шатланды бала!
Сабыйҙар - атайлы, илебеҙ һәр ваҡыт тыныс булһын! Әсәләр улдарына ҡарап: "Ысын ир- егет - минең балаҡайым", - тип ҡыуанһын!
Читайте нас: