-7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
8 Февраль 2021, 00:29

ЫСЫНБАРЛЫҠТЫҢ ҮҘЕ САҒЫЛА

Баш ҡалабыҙ Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында кисә “Һайлау хоҡуғы” (“Право выбора”) тигән нәфис фильмдың ябыҡ премьераһы булып үтте.

Дин әһелдәре, власть вәкилдәре, депутаттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, табиптар, йәштәр – премьераны ҡараған барса кешеләр, һис шикһеҙ, ҙур тетрәнеү кисергәндер.
Фильм тәндәрҙе зымбырҙатырлыҡ кадрҙар менән башланып китә. Ноутбук алдында ултырыусы йәш ҡатын, шәхси клиникаға шылтыратып, һүрән тауыш менән йөклөлөгө 28 аҙна булыуы, баланан ҡотолорға теләүе тураһында һөйләй. “Ни эшләп бығаса һуҙҙығыҙ?” – клиникала шулай тип һуҡранып алһалар ҙа, бөтә нәмә хәл ителерлек икәнен аңғарталар.
...Артабанғы йән өшөткөс күренештәрҙе, ғөмүмән, тотош фильмды йөрәгеңде уста тотоп ҡарайһың. Шәхси клиникала эштәр көтөлгәнсә бармай, саҡ иҫән ҡалған, ҡанһыраған ҡатынды урамға сығарып ебәрәләр. Бына уны ҡаланың бала тыуҙырыу йортонда ашығыс операцияға алып китеп баралар. Бәпестең имен-аман тыуыуы – мөғжизә! Тик ул бер кемгә лә кәрәкмәй.
“Балаң һиңә кәрәкме?” – тип һорай операция яһаған табип битараф һалҡынлыҡ менән. Йәш әсә, сабыйын күрмәҫ өсөн башын ситкә бороп, ишетелер-ишетелмәҫ бышылдай: “Юҡ”. Табип ҡанлы йоморсаҡты асыҡ тәҙрә ҡаршыһына ҡуя. Үтәләй иҫкән һалҡын төнгө ел ҡосағындағы бәпес ярһып-ярһып илай һәм... тынып ҡала.
... “Ҡайҙа минең балам?!.” – иртәгәһен аҡылына, аңына килгән әсәнең ҡысҡырып илап сабыйын таптырыуы тынлыҡты өҙә.

Ваҡиғалар Рәсәй ҡалаларының береһендәге бала тыуҙырыу йортонда бара. 40 йәшлек талантлы хирург, өлгөлө атай һәм ғаилә башлығы Олег Волковты дауахананың баш табибы итеп тәғәйенләйҙәр. Һәм ул коллективтағы ысынбарлыҡ менән танышыуҙан – ғүмер өсөн көрәшергә тейешле табиптарҙың йыш ҡына ғүмер ҡыйыу яғында булыуынан шаңҡып ҡала. Алты аборт яһау, баҡһаң, бер сабыйҙы ҡабул итеүгә ҡарағанда иҡтисади яҡтан отошлораҡ. Баш табип дауахана эсендәге был ҡот осҡос әхләҡһеҙлекте бөтөрөү, хеҙмәттәштәре аңын, ҡарашын тамырынан үҙгәртеү маҡсатын ҡуя, уларҙың тәүбилдәләнешен иҫкә төшөрөп, күңелдәрендәге яҡтылыҡты уятырға ынтыла...

1920 йылда СССР, донъяла беренсе ил булып, аборт яһатыуҙы рәсми рөхсәт итә. 100 йыл эсендә йөклөлөктө яһалма өҙөүҙе ғәҙәти тип ҡабул иткән бер нисә быуын үҫә. “Һайлау хоҡуғы” был күренеште ғәҙәти тип ҡарау тамырынан дөрөҫ түгеллеген асып һала. “Һайлау хоҡуғы” йөклөлөктө яһалма өҙөү хаҡында Рәсәйҙәге тәүге фильм булараҡ баһалана, ул ябай кешеләр аҡсаһына төшөрөлгән.

Альмира КИРЕЕВА.

Альберт ЗАҺИРОВ фотолары.

Читайте нас: