"Ике телде бутаһа, ни русса яҡшылап белмәҫ, ни башҡортса... Русса белмәһә, мәктәптә ҡыйын булыр..."
Ҡыҙы хәҙер мәктәптә, 2-се класта уҡып йөрөй инде. Ысынлап та, хәҙер уның "ни русса, ни башҡортса". Ҡанында булмағас, русҡа "әйләнә" алманы ул: урыҫ мәктәбендә уҡыһа ла, үҙебеҙҙең милләт ҡыҙҙары менән аралаша. Улары ла күбергән ата-әсәләре: "Башҡорт теле нимәгә ул!" - тип яр һалған ғаиәләлә үҫкән балалар. Бындай балаларҙа ниндәйҙер комплекс барлыҡҡа килә. Сөнки улар урыҫтар араһына ла ныҡлап инеп китә алмай, телде белмәгәс, үҙенекеләр араһында ла үҙҙәрен уңайһыҙ тоя. Быны урыҫ мәктәбендә уҡытҡан саҡта ла йыш күҙәтергә тура килде. Көслө тип һаналған гимназияларҙың береһендә эшләгәс, балаларымды ла шунда уҡытырмын тигән уйҙа йөрөгәйнем башта. Барыһын да төптән күреп, күҙәтеп, анализлап йөрөй торғас, ярты йылдан ҡарашым ҡырҡа үҙгәрҙе. Урыҫ мәктәбендә ҡыйыныраҡ ине башҡорт балаларына: уларға уҡыуҙан тыш һәр ваҡыт үҙҙәрен яҡларға, күп ваҡыт холоҡ-фиғеленә ҡаршы барырға тура килде...