+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
5 Февраль 2021, 14:05

ЭШ БӨТКӘС, УЙНАРҒА ЯРАЙ!

Эш бөткәс, уйнарға ярай!(хикәйә)Бөгөн байрам көнө. Рәмил баҡсаға бармай, шуға күрә лә йоҡоһонан күңелле итеп килеп уянды. Етмәһә, ата-әсәһе лә өйҙә. Атаһының ялы булғанға малай ҡыуанып бөтә алмай.Тышта ябалаҡлап ҡар яуа. Рәмил йәһәт кенә кейенде лә, урамға сыҡты.– Ҡалған эшкә ҡар яуа, тиҙәр. Утынды ярып бөтөп, өйөп ҡуяйыҡ. Әйҙә, улым, минең янымда эшкә өйрәнеп йөрө! Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, – тине атаһы.– Етмеш төрлө һөнәр белергә тейеш буламмы инде, атай?! – тип аптыраны етеһе менән барған Рәмил, ҡар көрәргә тотоноп. Атаһы йылмайып:– Ҡар көрәүең дә үҙе бер һөнәр, – тине. – Донъя көткәндә ир-егет ҡаҙауын да ҡаға белергә, таҡтаһын да быса алырға, көрәкте лә һаплап ҡуйырға тейеш. Эшләһәң, эш ҡарышмай, эшләнә генә.– Эшләүең минең өсөн булһа ла, өйрәнеүең үҙең өсөн, – тип әйтә апайҙарға әсәйем. – Миңә лә эш бөткәс, уйнарға ярай, ти. Шулаймы, атай?!– Дөрөҫ, улым! Хеҙмәт һөйгән кеше генә бәхетле була!

Текст буйынса эш:
  1. Бирелгән хикәйәне иғтибар менән уҡып сығығыҙ. Әңгәмә ҡороғоҙ!
  2. Мәҡәлдәрҙе яҙып алығыҙ. Хеҙмәт, эш тураһында тағы ниндәй мәҡәл-әйтемдәр беләһегеҙ?
  3. Рубриканы Миңлегөл ТАЙСИНА алып бара.
    Читайте нас: