-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
4 Февраль 2021, 10:45

БӘХЕТЛЕ ҒАИЛӘЛӘ ГЕНӘ БӘХЕТЛЕ БАЛАЛАР ҮҪӘ...

ЛИРА ЯҠШЫБАЕВА: Һуңғы ваҡытта ғаилә ныҡлығы, ғаиләлә бәхетле, һау-сәләмәт балалар тәрбиәләп үҫтереү хаҡында йыш уйланам. Ауырыу балалар күп тыуа. Сәбәбе ниҙә? Ниңә балаларыбыҙ бәхетһеҙ? Халҡыбыҙ милләт булып һаҡланып ҡалһын өсөн иң беренсе ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытырға кәрәк. Бәхетле ғаиләлә генә бәхетле балалар үҫә. Тәрбиә ғаиләнән, ата-әсәнән баш ала. Биш йәшкә тиклем бала тейешле тәрбиәне алған була. Балаға ғаилә биргәнде мәктәп тә, йәмғиәт тә бирә алмай. Был турала күп һөйләргә була.

  • Ишандар:"Теләкте баланың тәҡдире маңлайына яҙылмаҫ элек теләргә кәрәк", - тигән. Был дөрөҫ. Маңлайға яҙылған тәҡдирҙе үҙгәртеү мөмкин түгел. Бала ғаиләлә нимә күреп үҫә, аҙаҡ шуны ҡабатлай.
    Рус халҡы ни өсөн көслө? Мосолман батшалары кеүек улар горем тотмаған. Өс-дүрт ҡатын алыу законы юҡ уларҙа. Төрөк фильмдарын ҡарағандан һуң, шундай фекергә килдем: халҡыбыҙҙың тарҡау булыуының бер сәбәбе - мосолмандарҙың күп бисә алыуында. Быға халыҡ ижадында ла миҫалдар күп. Аңлашыла, көндәштәр берен-бере яратмай, күрә алмай, хатта дошман булалар. Ә көндәш балалар ошоларҙы күреп үҫә. Улар әсәләренең холҡон ҡабатлай. Бына ни өсөн халҡыбыҙға тарҡаулыҡ хас. Ошо ғөрөф-ғәҙәт, ошо хәл беҙҙең холҡобоҙға ныҡ йоғонто яһаған.
    Ошонан сығып, халҡыма әйтер инем: ғаиләне етди уйлап, донъя көтөрҙәй кешеләр менән, ҡалған ғүмерҙе бергәләп үтергә тигән ниәт менән ҡороғоҙ. Иҫеректән иҫәр бала тыуа. Бала аслан иҫерек ир менән эскән ҡатындан яралмаһын. Иҫереп ҡушылған парҙарҙан аҙаҡ ғәрип, ауырыу, аҡылға зәғиф бала тыуа. Быны врачтар ҙа яҡшы белә. Был хаҡта яҙалар. Ауырыу балаларҙың һанына ҡарағанда 50 % зачатие иҫерек саҡта була. Ундай балаларҙы врачтар һауыҡтыра алмай. Өйләнешкәнһегеҙ икән, балалар тыуған икән, ғаиләңә тоғро булыу мөһим. Аҙып-туҙып, мин бәхетле булырға теләйем тип, мөхәббәт тип, ғаиләһенә хыянат итеп йөрөүҙәр булмаһын. һеҙ инде атай, әсәй. Һеҙ ғаилә алдында, балалар алдында яуаплы. Юҡҡа ғына ЗАГС-ты, никахты уйлап сығармағандар. Яуаплылыҡ өсөн улар кәрәк. Балаларҙың бәхете, һаулығы хаҡында уйларға тейешһегеҙ. Кешеләрҙе еңел-елпе фильмдар ҙа боҙа. Ғаилә бик етди мәсьәлә. Ул тоғролоҡто ярата. Ғаилә илебеҙҙең фундаменты. Ныҡлы ғаиләнән генә илен яратҡан патриоттар үҫеп сыға, шундай балалр ғына илебеҙ өсөн ныҡлы нигеҙ була ала.
    Мин тормош юлын үткәнмен, утыҙ биш йыл уҡытыусы булып эшләнем. Йәштәргә әйтергә, кәңәш бирергә хаҡым барҙыр тим. Аҙғынлыҡ һәм эскелек арҡаһында аҫҡа тәгәрәйбеҙ. Бынамын тигән ир-егеттәр харап була. Иманым камил, берҙәмлек, татыулыҡ, ғаиләгә тоғролоҡ, иман ныҡлығы ғына аҙ һанлы халҡыбыҙҙы һаҡлап ҡаласаҡ һәм алға табан әйҙәйәсәк.
    Читайте нас: