+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
3 Февраль 2021, 13:05

ӘСӘЙ, УҠЫЙЫҠ ӘЛЕ!

Тимур РӘХМӘТУЛЛИНҠАРТАТАЙҘЫҢ ЯРҘАМЫ(Хикәйә)Ҡартатаһы менән Йәмил урамдан атлай. Ике-өс өй аша алтынсы класта уҡыған Вәкил ағай утын яра...(Тулыһынса сайтта уҡырға!)

— Әйҙә, ҡартатай, уға ярҙам итәйек, - ти Йәмил.
— Ә нисек?
— Утынын ярышайыҡ. Ҡара уға, утынға һуғам тиһә, түмәре ҡолай ҙа китә.
Ҡартатаһы Вәкил янына килеп:
— Вәкил улым, ана, машина тәгәрмәсе ята бит, алып кил әле.
Күрше малай йүгереп барып тәгәмәсте алып килде. Йәмилдең ҡартатаһы камераны һалып эсенә түмәрҙе ултыртты. Шунан бер нисәне һуғып, нисек ярырға кәрәк икәнен өйрәтте, шунан балтаны Вәкилгә биреп:
— Йә, улым, ярып ҡара әле. Хәҙер утындарың ҡоламаясаҡ.
Вәкил ҡыуанып китеп утын ярырға керешә, үҙе ҡыуанып хәбәр һөйләй:
— Эйе шул, олатай, утындарым бер ҙә ҡоламай. Рәхмәт һеҙгә!
Ҡартатай менән Йәмил артабан ҡуҙғалды. Малай түҙмәйенсә:
- Ҡартатай, нишләп беҙ уға ярҙам итмәнек?
- Улым, ярҙам иттек бит.
— Юҡ, ҡартатай, беҙ уға өйрәттек кенә. Ә утынды ярышманыҡ. Вәкил ағай оҙаҡ ярасаҡ бит.
— Улым, ул эшкә өйрәнә. Әгәр беҙ уның утынын тулыһынса үҙебеҙ ярып бирһәк, ул өйрәнә алмаҫ. Ә һуңынан тағы шул хаталарҙы яһар. Беҙ яңы күргән тумыртҡа һымаҡ, уны үҙ аҙығынан яҙҙырып үҙебеҙ ашата башлаһаҡ, ҡош үҙ һөнәрен онотасаҡ. Ағасты соҡоп ашағанда, суҡыштарын нәҙегәйтеп еңеләйтәләр. Бына Вәкил ағайың да хәҙер яңы һөнәре менән ата-әсәһен, яҡындарын ҡыуандырһын.
— Ҡартатай, һин мине лә һөнәргә өйрәт!
Ҡартатаһы, йылмайып, Йәмилдең арҡаһынан тупылдатып һөйә. Булыр, булыр, йәнәһе, бөтәһе лә алда.
Читайте нас: