«Кем күберәк?» Билдәле бер хәрефкә башланған һүҙҙәрҙе кем күберәк уйлар?
«Сылбыр». Ауыл, ҡала, йылға, ағас, үҫемлек, сәскә, төҫ һәм башҡа темаларға уйланылған һүҙҙәрҙең тәүге хәрефе алдағы һүҙҙең һуңғы хәрефенә тап килергә тейеш.
«Һыҙып ташла». Уйын өсөн теләһә ниндәй эреле-ваҡлы шрифт менән яҙылған текст тәҡдим ителә. Мәҫәлән, 3 минут эсендә текстағы «а» хәрефтәрен һыҙып ташларға ҡушыла. Уйындың мәғәнәһе ярыш түгел, ә иғтибарҙы үҫтереү.
Уйын ҡатмарлаштырыла бара: «а»-ны – ҡыҙыл, «б»-ны йәшел ҡәләм менән һыҙалар; йә «а»-ны һыҙалар, ә «б»-ны түңәрәккә алалар.
Китапты һыҙғыларға ярамай, был уйын өсөн иҫке балалар журналдарын файҙаланып, ҡом сәғәте ярҙамында көн һайын 3 минут уҡытыу файҙалы. Уйында хәрефтәрҙе йыш алмаштырып торорға тәҡдим ителә. Һирәк осрай торған ф, ъ, щ хәрефтәрен дә эҙләтергә кәрәк.
«Төркөмдәргә бүл». Уйын өсөн 5 – 7 төркөм карточка алдан әҙерләнә. Карточкалар буталған, уларҙы төркөмдәргә айырырға кәрәк. Төркөмдәге һүҙҙәр 1-2 хәрефкә генә айырыла. Мәҫәлән, оҙаҡ, тоҙаҡ, йоҙаҡ; ҡалаҡ, сабаҡ, табаҡ, тараҡ; һый, ҡый, тый, ҡой, той.
«Шешә эсендәге хат». Диңгеҙҙә йөҙөп йөрөгән шешә табылды. Эсенә кемдер хат яҙып һалған. Бәлки берәйһе бәләгә тарығандыр. Был хаттың авторы караптары диңгеҙгә батҡан моряк та, берәй утрауҙағы бала ла булыуы ихтимал. Шуға күрә хатты күмәкләп уҡырға тырышайыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡағыҙ һыуланған, хаттың ҡайһы бер өлөштәре юйылған, уны уҡыуы анһат булмаясаҡ.
«Хат»тағы хәрефтәр уҡыусыларҙың уҡыу күнекмәләре ниндәй кимәлдә үҫешеүенә ҡарап юйылған. Иң ябай вариант: ике һүҙгә – бер «юйылған» хәреф. Улар һүҙҙең уртаһында йә аҙағында осрай. Әгәр 2 – 4 эргәләш хәрефтәр «юйылһа», эш ҡатмарлаша.
«Һүрәттә нимә?» Төркөмдәргә бүленеп йәиһә парлашып «уҡытыусы (ата-әсә) – уҡыусы» уйнарға була.
Сюжетлы һүрәтте күмәкләп тикшерәләр. Артабан уның тураһында ғәҙәти булмаған ысул менән яҙырға ҡушыла. Мәҫәлән, беренсе бала һөйләмдәге – 1-се һүҙҙе, икенсеһе – 2-не, өсөнсөһө (парлашып уйнаған хәлдә – беренсеһе) 3-сө һүҙҙе яҙа. Һәр кем үҙенә эләккән өлөштә тыныш билдәләрен ҡуя. Тыныш билдәләрен эш бөткәс тә ҡуйып сығырға була.
«Баҫма машина». Төркөмдәге һәр балаға хәреф яҙылған карточка таратыла. Яҡшы уҡыған балаларға икешәр карточка бирергә лә мөмкин. Уҡытыусы атаған һүҙҙе балалар «яҙа». Йәғни һүҙҙе ишеткәс тә кәрәкле хәреф эйәләре сиратлап ҡул саба. Мәҫәлән, Ләләгә – «а», Булатҡа – «у», Данирға – «ы», Гүзәлгә – «й», Иршатҡа «к» эләкте, ти. Уҡытыусы айыу һүҙен атауға, тәүҙә Ләлә, шунан Гүзәл, артабан Данир һәм Булат ҡул саба. Ә Иршат был юлы «яҙыуҙа» ҡатнашмай, ул киләһе осраҡты көтә. Балалар уйын барышында уҡытыусының ярҙамын көтөп тормай, ҡул саба. Ғәҙәттә уҡытыусы ролен яҡшы уҡыған балалар ҙа атҡара.
«Дөрөҫ, ялған». Дөрөҫ йә ялған мәғлүмәт яҙылған карточкалар таратыла. Мәҫәлән, «Ынйы сәскәһен күптәр ярата: улар матур, тәмле аңҡый» – дөрөҫ. «Яңы йыл байрамына ғәҙәттәгесә ҡайын ағасын биҙәнек» – ялған.
«Шаян хәреф». Шиғыр, мәҡәл йә йомаҡтар яҙылған карточкалар әҙерләнә. Уларҙың араһында ҡайһы бер хәрефтәр йә баш түбән тора, йә йығылған, йә икенсе төҫ һәм шрифт менән яҙылған. О хәрефе урынына – ҡояш, г хәрефе урынына кран һүрәте төшөрөлгән булыуы ла ихтимал. Уйын һүҙҙәрҙә ундай урындарҙы арттыра барыу ысулы менән ҡатмарлаштырыла.