рәхәтләнеп уйнаһын, уйлап сығарһын, ижад итһен, шулай уҡ эҙләнһен, тикшеренһен, соҡсонһон, һүтһен, асып ҡараһын, боҙһон, емерһен...
Бына шул ваҡытта бала "сәйҙе өрөп ҡабырға" өйрәнер, "ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ" тигән һүҙҙәрҙең ысын мәғәнәһен аңлар. Һәм иң мөһиме: ата-әсәләр уларға былай тип әйтергә тейештәр:
— Балам, хаталаныуҙан ҡурҡма, хаталаныу яҡшы нәмә ул — тормош тәжрибәң һәм аҡылың артасаҡ. Тик шуны ҡолағыңа киртеп ҡуй: бер хатаны ике тапҡыр ҡабатлау — АҠЫЛҺЫҘЛЫҠ.