-2 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
18 Ғинуар 2021, 11:26

КАРТУФ КЕҮЕК БУЛМАЙЫҠ...

Шәкерт остазынан һорай:– Һин шундай аҡыллы, күңелең һәр ваҡыт күтәренке, асыуланып та йөрөмәйһең. Миңә лә шундай булырға ярҙам ит әле?– Ярай, – ти остаз һәм картуф, үтә күренмәле ҡапсыҡ алып килергә ҡуша.– Берәйһенә үпкәләһәң, асыуланһаң, картуфҡа шул кешенең исемен яҙ ҙа ҡапсыҡҡа һала бар, – тип ҡуша шәкертенә.

– Шул ғынамы? – шәкерт аптырап китә.
– Юҡ. Һин был ҡапсыҡты гел үҙең менән йөрөтөргә тейешһең. Үпкәләгән һайын картуф өҫтәй барырға.
Шәкерт риза була.
Ваҡыт үтә. Шәкерттең ҡапсығы картуф менән тула, үҙе менән йөрөтөү яйһыҙ ҙа, ауыр ҙа була башлай. Етмәһә, башта һалынған картуфтарҙың ҡайһыһы сереп, ҡайһыһы һабаҡ ебәреп, йәшелле-ҡаралы төҫкә инеп, һаһыҡ еҫ сығара башлай.
Шәкерт остазына килә.
– Был ҡапсыҡты бүтән үҙем менән йөрөтә алмайым. Беренсенән, ауырайҙы, икенсенән, һаһыҡ еҫ сыға.
– Был ҡапсыҡ – һин ул, – ти уға остаз. – Мин һиңә үҙеңде ситтән күҙәтергә ирек бирҙем. Ғәҙәттә кеше үҙенең ниндәй икәнен күрмәй юҡһа. Һәр ваҡыт, кемгәлер асыуланыр, үпкәләр алдынан, уйла: был йөк һиңә кәрәкме? Ул бит һинең эсеңдә ҡаласаҡ...
Был хикмәт бөтәбеҙгә лә ҡағыла. Үпкә-асыуҙар күңелебеҙҙә йыйылып, үҙе лә боҙолоп, беҙҙе лә “серетмәһен” өсөн, гел яҡшы уйҙа булайыҡ, изге юлдан йөрөйөк, бер-беребеҙгә мәрхәмәт һаҡлайыҡ...
Читайте нас: