+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
14 Ғинуар 2021, 21:45

ОҘАҠ ҠАРАП УЛТЫРА ТОРҒАН АҘЫҠ

Данил көлдөрәӘ һеҙ ниндәй аҙыҡҡа оҙааааҡ ҡарап ултырыр инегеҙ?

- Әсәй, өҫкө тартмала шоколад таптым, әйҙә, ашайыҡ!
- Юҡ, улым. Ул шоколад ашай торған түгел.
- Нимә эшләй торған?
- Ҡарап ултыра торған. Уға оҙааҡ ҡарап ултырһаң, бөтөнләй шоколад ашағы килмәй ҙә ҡуя.
Бер аҙҙан:
- Кешеһенә ҡараптыр, мин ултырған һайын нығыраҡ ашағым киләсе...
Данил иртәнсәк бутҡаһын ашамайынса оҙааҡ ултырҙы ла:
- Әсәй, һин кисә яңылышҡанһың, беҙҙең өйҙә ҡарап ултыра торған аҙыҡ - бутҡа булған да ул...
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.
Читайте нас: