+8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
14 Ғинуар 2021, 13:35

КӨСҺӨҘҘӨ РӘНЙЕТЕРГӘ ЯРАМАЙ...

Көслө,ҡеүәтленең көсһөҙ алдында күрһәткән өҫтөнлөгө китаптарҙа, фильмдарҙа йыш яҡтыртыла, был темаға шулай уҡ күп фәнни мәҡәләләр бағышланған. Ошо күренеш айырыуса балалар һәм уҫмерҙәр араһында күҙәтелә.Кесе быуын хәҙер балалар баҡсаһынан, мәктәптән үк агрессия күрһәтә башлай. Аяуһыҙлыҡ осраҡтары күберәк урынһыҙ.Ошондай ҡаты мөғәмәләне үҙ иңендә татыған балалар ҙурайыңҡырағас, үҙҙәрен ыҙалатҡан өлкәндәрҙең хатаһын ҡабатлай, үҙҙәре бәғерһеҙгә әйләнә.

Мәрхәмәтһеҙлек һөҙөмтәһендә бала стресс һәм психик травма ала, ә был иһә уның физик торошона, үҫешенә насар тәьҫир итә.

Балаһын, һеңлеһен йә ҡустыһын мәктәпкә оҙатҡанда, өлкәндәр, ғәҙәттә, уға: “Мәктәптә һине берәү ҙә рәнйетмәйме?” - тигән һорау бирә. «Мәктәптә берәүҙе лә рәнйетмәйһеңме?» - тип һораусылар һирәк.

Рәхимһеҙлек, әшәке күренештәр сағылған йәнһүрәт ҡараһынмы, ғаиләлә ҡупҡан бәхәс, әрләшеүҙең шаһиты булһынмы - бала-саға бөтә нәмәне үҙенә губка кеүек һеңдерә, күргән-ишеткәнен ҡабатлай. Шулай уҡ уға иғтибар,наҙ етмәүе лә, башҡалар тарафынан кәмһетелгән,ситләтелгән булыуы ла баланы агрессияға килтерә.

Улығыҙ йә ҡыҙығыҙ кемделер һөсләтеүҙә ҡатнашһа,тимерҙең ҡыҙыуында ғәйепләп,аҡыл өйрәтергә ашыҡмағыҙ. Юғиһә,ул үҙенең ҡабығына йомолоп, эсенә бикләнеп,башҡаса бер нәмәһе менән дә бүлешмәйәсәк. Балағыҙ ҡатылыҡ күрһәтһә, уйланырға кәрәк. Бер нәмә лә тиктомалдан килеп сыҡмай. Иң әүәл үҙегеҙгә һорау бирегеҙ: бәхәстәр ғаиләгеҙҙә нисек хәл ителә, әрләш-талаш әллә йоҙроҡ менәнме? Ғәҙәттә, бала ғаиләһендә күргәнде ҡабатлай», - тип аңлата психолог Марина Звягинцева.

Үҙегеҙгә ситтән ҡарап күҙәтеүҙе йышыраҡ яһағыҙ,был файҙаға ғына. Мәрхәмәт һәм яуызлыҡ араһындағы көрәште сағылдырған әкиәттәр һәм йәнһүрәттәр ҙә күп, был алыш уларҙа төрлөсә хәл ителә. Шул өлгөләр менән танышыу баланы, һис шикһеҙ, тәрбиәләй, көсһөҙҙө рәнйетеү түгел, уға ярҙам итеү яҡшы һәм сауаплы икәнен аңларға ярҙам итә.

Агрессорҙар төркөмөнә килеп эләккән балаларҙың ата-әсәләренә психологтар күп кәңәш бирә ала. Иң ябайы-бала менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү. Ябай һорауҙан башлағыҙ: көнөң нисек үтте, мәктәптәге хәлдәр, фәлән-фәсмәтән. Иң мөһиме: «Мәктәптә берәүҙе лә рәнйетмәйһеңме?» - тип һорарға онотмағыҙ.

БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ СЫҠҠАН «ӘС-СӘЛӘМ» ГӘЗИТЕНӘН
Читайте нас: