Бына инде һалҡын елле ҡыш та тәҙрә сиртте. Ер өҫтөндәге һары, ҡыҙыл төҫтәргә буялған япраҡтар еңелсә генә боҙ селтәре менән ҡапланды. Ҡояш нурҙарында улар емелдәшеп уйнаны.
Ҡыр сусҡаһы Ҡабанбай был матурлыҡҡа оҙаҡ һоҡланып торҙо. Үҙенең ишле ғаиләһе — һис бер ғәмһеҙ мырҡылдашып уйнаған балаларына ҡарап, йылы өй тураһында хыялланды. Ниндәйерәк булырға тейеш? Эш ҡорамаларын ҡайҙан алырға? — тип уйланды ул.
— Әй-й! Ҡабанбай! Йоҡланыңмы әллә? — тигән тауышҡа тертләп китте.
— Һин ни эшләп йөрөйһөң бында, Татлытел? — тине, ул һорауға һорау менән.
— Берәй йәтеш кенә өң эҙләп китеп барап әле, — ти төлкө.
— Һиңә рәхәт, өңөң әҙер. Ә мин нисек ҡышларға тип, баш ватам. Иҫке өйөбөҙ бәләкәй ҙә, ишелгән дә, яңыны төҙөргә кәрәк. Ҡайҙан тотоп башларға белмәй аптырап торам, ти, ҡыр сусҡаһы.
— Таптың ҡайғырыр нәмә! Өс терәтмә ҡуй ҙа эш тә бөтә, — ти ҙә хәйләкәр, кеткелдәп көлөп юлын дауам итә.
Татлытелдең әйтеүе, Ҡабанбайҙың эшләүе. Ҡоро-һары йыйып, ҡайҙа кипкән үлән тығып тиҙ генә бер ҡоролма эшләп тә ҡуя. “Балаларыма йылы өй әҙер!” — тип үҙе ҡәнәғәтләнеп мырҡылдай. Йылғалағы дуҫы ҡондоҙ Үткертештең: “Нигеҙен ныҡлап эшләргә кәрәк”, — тигән һүҙҙәренә ҡолаҡ та элмәй.
Иртәгәһен ҡапыл ҡар ҡатыш һепертмә буран сыға. Ҡыр сусҡаһы ваҡытында төҙөлгән йортона шатланып тышты күҙәтә. Бер мәл өй дөбөр-шатыр килеп урынынан ҡуҙғалғандай була. Балалар ҡурҡып әсәһенә һыйына. Нимә булғанын аңлап та өлгөрмәй улар, көслө ел сүп-сарҙан ғына ҡоролған өйҙө, боҙо ла ҡатып етмәгән йылғаға табан өйөртөп алып та китә. Ҡыр сусҡалары нишләргә белмәй тырым-тырағай, йылы урын эҙләп урманға тарала.
Таң һыҙылыу менән Үткертеш бәләгә ҡалған дуҫына ярҙамға ашыға. Башлап нигеҙ нығыта. Улдары ла ағас бысып биреп тора, матур итеп һипләп өр-яңы ҙур йорт төҙөйҙәр.
— Хәҙер инде бер ниндәй буран да, хатта боҙ яуһа ла ҡурҡыныс түгел, рәхәтләнеп йылыла ҡышларбыҙ, — ти, Ҡабанбай өйөнә һоҡланып.
— Һин ысын дуҫ, Үткертеш! Рәхмәт, һиңә! Беҙгә ҡунаҡҡа килегеҙ!”, — тип оҙатып ҡала ҡондоҙҙарҙы яңы өй хужаһы.