+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
9 Ғинуар 2021, 14:10

БАЛАЛАРЫҒЫҘҘЫҢ НИМӘ УЙЛАП ЙӨРӨГӘНЕН БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ? (Уҡытыусы яҙмаларынан)

Күп йылдар буйы класс етәксеһе булып эшләгәндә, әҙәбиәт дәрестәрендә балалар менән әңгәмәләшкәндә түбәндәге һорауҙарға яуап алып, һығымта яһаным.1. Һин ниндәй атай (әсәй ) булыр инең?2. Ғаиләлә иң мөһиме, кәрәге нимә?3. Нисә йәштән ғаилә ҡорорға була?..

Күп йылдар буйы класс етәксеһе булып эшләгәндә, әҙәбиәт дәрестәрендә балалар менән әңгәмәләшкәндә түбәндәге һорауҙарға яуап алып, һығымта яһаным.
1. Һин ниндәй атай (әсәй ) булыр инең?

2. Ғаиләлә иң мөһиме, кәрәге нимә?

3. Нисә йәштән ғаилә ҡорорға була?

4. Ата - әсәйегеҙҙе көтөр инегеҙме? Бергә йәшәр инегеҙме?

5. Тормош юлдашы һайлағанда яңылышмаҫ өсөн ни эшләргә кәрәк?

6. Никахҡа тиклем егет менән ҡыҙ араһында ниндәй мөнәсәбәт булырға тейеш?

7. Икенсе милләт ҡыҙын кәләш итеп алыр инеңме?

8. Эскелек нимә ул?

9. Ҡайһы бер кешеләр ни өсөн эсә?

10. Тәмәке тартыуға нисек ҡарайһығыҙ?

11. Ғаиләлә нисә бала булырға тейеш?
1. Балама дуҫ булыр инем, әрләмәҫ инем, ҡысҡырмаҫ инем, аңларға тырышыр инем, тип яуапланы күбеһе. Баламды икенсе ғаиләгә алмаштырмаҫ инем, тигән яуап та булды.
2. Татыулыҡ, балаларҙы матур итеп тәрбиәләү, гел бергә булыу, эсмәү.
3. Күбеһе 25 йәш тирәһе, тип уйлай.
4. Эйе, тигән яуаптар булды. Ләкин күп уҡыусылар: айырым өй йүнәтеп, бөтөн көнкүреш техникаһын алып биреп, ярҙамсы яллап, гел барып хәл белешеп йөрөр инек, тинеләр. Замана балалары)

6. Бер-береңде ныҡлап белеү, тикшереп ҡарау, ғаиләһе менән танышыу, енси мөнәсәбәт тик никахтан һуң ғына рөхсәт ителә, тинеләр.
5.Ата - әсәһен күрергә) шуларға оҡшаясаҡтар)) донъяһын күрергә, нисек йәшәйҙәр? ғаиләлә үҙ-ара мөнәсәбәт нисек- шуны белергә, тинеләр. Баштары йомро!
7. Егеттәрҙең яуабы төрлө булды: алмайым, тип ҡәтғи әйткәндәре күп булды, мосолман булһа, алыр инем, тигәндәре лә булды.
8. Ауырыу, гөнаһ, ярамаған яман ғәҙәт, һәләттәрҙе юҡҡа сығарыусы.
9. Ҡайғынан, эш юҡтан, характеры ныҡ булмағанлыҡтан, ҡотороп, икенселәргә эйәреп, тип яҙҙылар. Иманһыҙлыҡтан, тигән яуап та булды.
10. Үлтереүсе, аҡса бөтөрөүсе, һаулыҡты бөтөрөүсе, хәрәм.
11. 3 һәм күберәк бала, тинеләр. Тимәк, балалар ғаиләлә күп бала булғанды ярата.

Был әле һөйләшеүҙәрҙең бер өлөшө генә. Балалар ныҡ тәрән тоя, аҡыллы уйлай, киң фекер йөрөтә, һығымта яһай белә. Мәлендә дөрөҫ йүнәлеш биреп ебәрергә генә кәрәк. Улар менән ошондай темаларға һөйләшергә ҡурҡмағыҙ. Әлбиттә, һәр бала үҙенсәлекле, һәр береһенә тик айырым подход кәрәк.

Үҙегеҙ өлгө булығыҙ.
Ләлә РАФИҠОВА.

Читайте нас: