-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
29 Декабрь 2020, 12:15
ҠУЛДАРҘЫҢ ВАҠ МОТОРИКАҺЫН ҮҪТЕРЕҮ
Бала ҡулдарының ваҡ моторикаһын үҫтереү мөһим. Был барлыҡ ата-әсәләргә мәғлүм булһа ла, уның үҙенсәлектәрен бөтәһе лә белеп етмәй. Ниндәй күнекмәләр эшләргә була? Ошо турала кәңәштәр ҡарап үтәйек.
Ваҡ моторика (мелкая моторика) - ул ҡул, аяҡ суҡтары һәм бармаҡтары ярҙамында бәләкәй һәм аныҡ хәрәкәттәр башҡарыу һәләте. Бында нервы, мускул һәм һөйәк системалары ҡатнаша.Ҡул суҡтары һәм бармаҡтары моторикаһында йыш ҡына етеҙлек мөһим роль уйнай. Ваҡ моторика өлкәһе күп һанлы төрлө хәрәкәттәрҙе үҙ эсенә ала: ябай ҡул хәрәкәттәренән алып (уйынсыҡты тотоу) иң ҡатмарлыларына тиклем (әйтәйек, яҙыу һәм һүрәт төшөрөү).
Ул нервы системаһы, күреү һәләте, хәтерләү, иғтибарлылыҡ менән ныҡлы бәйләнгән. Белгестәр иҫбатлауынса, ваҡ моториканың үҫеше телмәр үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай. Был күренеште бик ябай ғына итеп аңлаталар: баш мейеһендә тел һәм моторика үҙәктәре бер-береһенә яҡын урынлашҡан. Телмәрҙән тыш, ул баланың етеҙлегенә, яҙыуына, логик фекерләүенә лә ҙур йоғонто яһай. Шуға ла ваҡ моториканың үҫешенә ҡарап баланын мәктәпкә әҙерлеген белеп була.
Баланың ҡулдарының ваҡ моторикаһын үҫтереү өсөн бик күп күнегеү, күнекмәләр һәм уйындар бар. Уларҙы киләһе төркөмдәргә бүлергә була: бармаҡтар менән уйындар, ваҡ әйберҙәр менән уйындар, әүәләү һәм һүрәт төшөрөү, бармаҡтарға массаж эшләү.
Әйҙәгеҙ иң ябай һәм файҙалы тип һаналған күнекмәләрҙе ҡарап үтәйек:
-
Устарға массаж
. Был бөтә йәштәге балалар өсөн дә иң ябай күнекмә төрө. Баланың устарын һыйпап, массаж эшләр кәрәк.
-
Сәпәкәй итеү.
Быны кескәйҙәрҙең барыһы ла белә һәм яратып башҡара. Был күнекмә баланың бармаҡтарын төҙ итеп тотоү һәләтен нығыта.
-
Китап, журнал биттәрен асыу.
Балаға һүрәтле китап йә журнал бирегеҙ һәм биттәрен асырға өйрәтегеҙ.
-
Әүәләү.
Әүәләү бөтә йәштәге балалар өсөн дә файҙалы. Әүәләү өсөн пластилин, балсыҡ һәм тоҙло ҡамыр ҡулланырға була. Өйҙә ҡамыр аштарын бешергән саҡта балаларығыҙҙы ла ярҙамға саҡырығыҙ. Ҡамырҙы әүәләү, йәйеү, әсәйгә ярҙам итеү балала ғорурлыҡ тойғоһо уятасаҡ.
-
Ярмалар менән күнекмә.
Һауытка 2-3 төр ярма һалып балаға бирергә. Ул ярманы тотоп ҡарай, устарына һалып ҡойолдора. Ҙурыраҡ йәштәге балаларға ошо ярмаларҙы сүпләп айырып һалырға ҡушырға була.
-
Ҡомда һүрәт төшөрөү
. Баланың бармағын үҙегеҙҙең ҡулығыҙ менән тотоп һүрәт төшөрөү. Башлаған саҡта иң ябай фигураларға иғтибар йүнәлтегеҙ. Тура һыҙыҡ, дүртмөйөш, түңәрәктән яйлап ҡатмарлыларға күсергә мөмкин.
-
Кейем төймәләрен эләктереү һәм ысҡындырыу.
Бала кейенгән саҡта яйлап ҡына төймәләрен үҙенән элдертә башлағыҙ. Был ҡул хәрәкәттәрен генә үҫтереп ҡалмай, ә баланы үҙаллылыҡҡа ла өйрәтә.
Юғарыла әйтеп үтелгән күнекмәләр өлкәндәрҙең ныҡлы күҙәтеүе аҫтында һәм эҙмә-эҙлекле булырға тейеш. Балағыҙға ваҡытты йәлләмәгеҙ, күберәк шөғөлләнегеҙ, шул ваҡытта ғына теләгән һөҙөмтәгә ирешерһегеҙ. Уңыштар һеҙгә!
"ТИРМӘКӘЙ" төркөмөнән алынды.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?