+2 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
28 Декабрь 2020, 16:15

"ҠЫШҠЫ КҮЛ". ХИКӘЙӘ

ДАУАМЫ. (БАШЫ 27.12.2020)Йә, тыныслан, нимә булды? Артыңдан ҡыуа төштөләрме әллә? — тип асыуланыбыраҡ өндәште йорт хужаһы.Ю-юҡ, юҡ, кем баҫтырһын мине? Мин… ней… теге…

  • Йә, тыныслан, нимә булды? Артыңдан ҡыуа төштөләрме әллә? — тип асыуланыбыраҡ өндәште йорт хужаһы.
  • Ю-юҡ, юҡ, кем баҫтырһын мине? Мин… ней… теге…
  • — Күпме әйтәм мин һиңә, ҡараңғыла йөрөмә! Хәбәрен дә һөйләй алмай! Нимә булды? — тиеп, шомланып, әсәһеһүҙгә ҡушыла.
    Тын алғас, Батырхан күлдәге хәлде һөйләп бирҙе.
    Атаһы уйға ҡалып: “Күл тонсоғандыр?! — Әйҙә, улым, кейен. Йәһәтерәк, һуң булып ҡуймаһын. Балыҡтар ярҙам һорай”,— тине.
    Малай, бер нәмә лә аңламай, тиҙ генә тунын эләктерҙе...
    — Нисек булышабыҙ? — тип һораны үҙе түҙә алмай.
    — Бына хәҙер бырау, балта алабыҙ ҙа бәләкәй генә бер нисә мәке уябыҙ.
    — Ә ул ни өсөн кәрәк? — тип ныҡышты малай.
    — Сатлама һыуыҡтар башланһа, боҙ шаҡырайып ҡата. Балыҡтар тонсоға башлай. Шул саҡта кеше мәкеләр уйып уларға ярҙамға килә. Һәр йыл ҡабатлана торған хәл.
    • Эйе, мин аңланым! Беҙ балыҡ ҡармаҡларға түгел, ә киреһенсә, ҡотҡарырға барабыҙ. Ҙур үҫкәс Байрас менән беҙ ҙә шулай эшләрбеҙ.
    • — Бик дөрөҫ, батырым, ашығайыҡ, һуңлап ҡуймайыҡ.
      “Бына ни өсөн балыҡтар боҙ аҫтына йыйылған икән”, — тип уйланы малай юл буйы. Үҙе лә һиҙмәй ҡыҙыу атлап аҙымдарын йышайтты.
      Улар, боҙҙо тишеп, бер нисә урында мәке уйҙы.
      Эш тамамланғас: “Афарин, оло эш башҡарҙыҡ, һин минең уң ҡулым, ярҙамсым”, — тине атай кеше, улы менән ғорурланып.
      Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
      Читайте нас: