+10 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
27 Декабрь 2020, 18:15

"ҠЫШҠЫ КҮЛ"

— Ярай, миңә лә ҡайтырға ваҡыт, әсәй асыуланып торор, — тип, конькийын сисергәэйелгәйне… вәт мөғжизә! Ҡыҙыҡһынып китеп һыу аҫты донъяһын күҙәтә башланы малай. Ҡыҙылғанат менән алабуға балығы кемуҙарҙан йөҙөп килә лә, ауыҙҙарынасып, төртөп-төртөп ала. Бер нисә тапҡыр ҡабатлана был хәл. Боҙ аҫтынан балыҡтар:“Мине тот, мине тот!”, — тип ҡойроҡтары менән һуғып шаяра һымаҡ. Иғтибарлап ҡараһа,ни ғәжәп — күл эсе туп-тулы “көмөш тәңкә”лә, тот та силәктәргә тултыр.

ҠЫШҠЫ КҮЛ
(хикәйә)
Көндәр һалҡын торһа ла, күл өҫтө бала-саға менән тулы.Ялтыр боҙ, көҙгөләй сағылып, үҙенә тартып тора. Ҡыҙҙар конькиҙа шыуа. Бер төркөм малай хоккей һуға. Батырхан да иптәше Байрас менән туйғансы уйнаны.
  • Йә, етер инде, әйҙә ҡайтайыҡ,— тип ялбарҙы Байрас, ҡулдарын өрә-өрә йылытып.
  • Бар, һин атла, өшөп торма. Хәҙер ҡыуып етермен, —тине Батырхан иптәшенә. Үҙе һаман шыуыуын дауам итте.
  • Эңер төшһә лә, ҡар яҡтыһына тирә-яҡ ялт итеп тора. Ә боҙ үтәнән-үтә күренә.
    — Ярай, миңә лә ҡайтырға ваҡыт, әсәй асыуланып торор, — тип, конькийын сисергәэйелгәйне… вәт мөғжизә! Ҡыҙыҡһынып китеп һыу аҫты донъяһын күҙәтә башланы малай. Ҡыҙылғанат менән алабуға балығы кемуҙарҙан йөҙөп килә лә, ауыҙҙарынасып, төртөп-төртөп ала. Бер нисә тапҡыр ҡабатлана был хәл. Боҙ аҫтынан балыҡтар:“Мине тот, мине тот!”, — тип ҡойроҡтары менән һуғып шаяра һымаҡ. Иғтибарлап ҡараһа,ни ғәжәп — күл эсе туп-тулы “көмөш тәңкә”лә, тот та силәктәргә тултыр.
    Шатлығынан ул өйгә табан ел тиҙлеге менән осто. “Тиҙерәк барыһына ла күрһәтергә, һис кисекмәҫтән ҡармаҡ һалырға барырға”, — тигән уй елдертте уны…
    — А-аатай! Ә-әй-йҙә, к-ккейен тиҙерәк!
    Малай, бик шәп йүгереүҙән тыны ҡыҫылып, бер аҙ һүҙен һөйләй алмай торҙо.
    • Йә, тыныслан, нимә булды? Артыңдан ҡыуа төштөләрме әллә? — тип асыуланыбыраҡ өндәште йорт хужаһы.
    • Ю-юҡ, юҡ, кем баҫтырһын мине? Мин… ней… теге…
    • — Күпме әйтәм мин һиңә, ҡараңғыла йөрөмә! Хәбәрен дә һөйләй алмай! Нимә булды? — тиеп, шомланып, әсәһеһүҙгә ҡушыла.
      Тын алғас, Батырхан күлдәге хәлде һөйләп бирҙе.
      Атаһы уйға ҡалып: “Күл тонсоғандыр?! — Әйҙә, улым, кейен. Йәһәтерәк, һуң булып ҡуймаһын. Балыҡтар ярҙам һорай”,— тине.
      Малай, бер нәмә лә аңламай, тиҙ генә тунын эләктерҙе...
      — Нисек булышабыҙ? — тип һораны үҙе түҙә алмай.
      — Бына хәҙер бырау, балта алабыҙ ҙа бәләкәй генә бер нисә мәке уябыҙ.
      — Ә ул ни өсөн кәрәк? — тип ныҡышты малай.
      — Сатлама һыуыҡтар башланһа, боҙ шаҡырайып ҡата. Балыҡтар тонсоға башлай. Шул саҡта кеше мәкеләр уйып уларға ярҙамға килә. Һәр йыл ҡабатлана торған хәл.
      • Эйе, мин аңланым! Беҙ балыҡ ҡармаҡларға түгел, ә киреһенсә, ҡотҡарырға барабыҙ. Ҙур үҫкәс Байрас менән беҙ ҙә шулай эшләрбеҙ.
      • — Бик дөрөҫ, батырым, ашығайыҡ, һуңлап ҡуймайыҡ.
        “Бына ни өсөн балыҡтар боҙ аҫтына йыйылған икән”, — тип уйланы малай юл буйы. Үҙе лә һиҙмәй ҡыҙыу атлап аҙымдарын йышайтты.
        Улар, боҙҙо тишеп, бер нисә урында мәке уйҙы.
        Эш тамамланғас: “Афарин, оло эш башҡарҙыҡ, һин минең уң ҡулым, ярҙамсым”, — тине атай кеше, улы менән ғорурланып.
        Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
        Читайте нас: