+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
7 Декабрь 2020, 15:39

БАЛАЛА КИТАПҠА ҺӨЙӨҮ УЯТЫУ

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа кешеләр ваҡытын китап менән түгел, башлыса төрлө гаджет-планшет һәм смартфондар менән үткәрә. Уҡыған хәлдә лә, балалар күберәк социаль селтәрҙә кәңәш ителгән китаптарға ғына әһәмиәт бирә...


"Китап – белем шишмәһе". "Китаптан хәреф эҙләмә, аҡыл эҙлә". "Ғилем китаптың эсендә лә, тышында ла була".

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа кешеләр ваҡытын китап менән түгел, башлыса төрлө гаджет-планшет һәм смартфондар менән үткәрә. Уҡыған хәлдә лә, балалар күберәк социаль селтәрҙә кәңәш ителгән китаптарға ғына әһәмиәт бирә.


ИҢ ЯҠШЫ ӨЛГӨ – БЕҘ ҮҘЕБЕҘ


Бала китапҡа үрелһен, тиһәк, иң башта үҙебеҙгә уҡый башларға кәрәк. Сөнки улар иң башта ата-әсәһенән үрнәк ала.

Китап уҡыуҙың иң мауыҡтырғыс һәм файҙалы шөғөл икәнен иҫбатлағыҙ. Бөтәһен аңлай башлағас ҡына, тип,
баланың үҫеп етеүен көтмәгеҙ. Бер нисә айлыҡ сағынан башларға мөмкин.


Йоҡлар алдынан ғына уҡымағыҙ. Китап менән танышҡанда, ғәзиз балағыҙҙы ҡосағығыҙға алығыҙ. Шуны ғәҙәткә индереп алһағыҙ,
киләсәктә лә ул китап уҡыуҙы йылылыҡ һәм ихалслыҡ менән сағыштырасаҡ.


Төшкө аш мәлендә балаларға ниҙер уҡыу-смартфонға ҡаршы шәп альтернатива. Гаджеттан күҙен дә алмай,
ризығының тәмен дә айырмай, робот кеүек йыпырған үҫмергә ҡараһаң, йөрәк ярылыр! Ошо урынға ниндәй ҙә булһа
хикәйә, повесть йә ҡыҙыҡлы мәҡәлә менән таныштырһаҡ, кесе быуындың тапҡырлығы, телмәр байлығы артасаҡ.


КИТАП ТАУЫШЫ


Үҙегеҙҙе ғәжәйеп ваҡиғалар донъяһында кеүек хис иткәндәй, балаға ҡысҡырып уҡығыҙ, был иһә уның фантазияһын ғына байытыр.

Әлеге кәңәш айырыуса өлкәнерәк йәштәгеләр өсөн мөһим. Ихлас уҡыуығыҙҙы тыңлағандан һуң ваҡытын китап менән
үткәрергә ғәҙәтләнмәгән үҫмер, һис шикһеҙ, үҙе лә һиҙмәй был шөғөлгә ынтыла башлар. Ошондай традицияны ла индерергә мөмкин:
кисен бөтә гаджеттар ҙа һүндерелгән, бүлмәлә тик әсәйҙең йәки атайҙың тауышы ғына яңғырай.
Классика, мажаралар, фантастика йә ислам диненә бәйле тарихи хикәйәләр менән таныштырырға була.
Аҙаҡҡыһы бигерәк тә әһәмиәтле, исламдың үткәне хаҡында тыңлап, бала-саға бер ҡасан да
Үрмәкес кешене йә Бэтменды герой тип атарға ашыҡмаҫ.


Ҡәҙерле балағыҙҙың күңеленә ятышлы әҫәрҙәргә, иғтибарын йәлеп итерҙәй әйберҙәргә күҙ һалығыҙ,
ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алыу ҙа ярҙам итер. Китапты ҡараштырған саҡта нимәгә туҡтала икән – бер нәмә лә күҙегеҙҙән ысҡынмаһын.
Ынтылыш-һәләттәрен асыҡлау менән, үҙегеҙ ҙә ихласлыҡ күрһәтеп, шуларға бәйле ҡыҙыҡлы китаптар һатып ала башлағыҙ.


КИТАП УҠЫУ – КҮҢЕЛЛЕ


Аң-зиһенде үҫтереүсе уйындарға мөрәжәғәт итегеҙ. Карточкаға яҙылған викторина, төрлө мәсьәләләр сисеү һәм
уҡыуҙы талап иткән өҫтәл уйындары бик ҡулай.


Өй шарттарында самолет йә роботты йыйыу һәм төҙөү, ғаилә менән сәфәргә сығып,ниндәй ҡыҙыҡлы урындарға барып ҡайтырға
мөмкин һәм башҡа күп һорауҙарға яуапты шул уҡ китапта табырға була. Ошо хәҡиҡәтте балағыҙға ла күндерегеҙ.


НИМӘ ТУРАҺЫНДА УҠЫҒАНҺЫҒЫҘ, ШУНЫ ЭШЛӘП ҠАРАҒЫҘ


Китапта алған мәғлүмәткә таянып,бала-саға эҙләнергә ярата. Мәҫәлән, уға динозаврҙар тураһында
йыйынтыҡ оҡшаған икән, тимәк, иренмәй генә бергәләп тәбиғи тарих музейына барып килергә кәрәк.
Йәки уҡыған әҫәр буйынса фильм төшөрөлгән икән, киноға барыуҙы ла һуңға ҡалдырмағыҙ.
Шулай уҡ ниндәйҙер повесть йә хикәйәне уҡып бөткәс, балаға шуның буйынса һүрәт төшөрөргә тәҡдим итә алаһығыҙ.


КҮҢЕЛЕ ЯТҠАНДЫ БЕРГӘЛӘП ТАБЫҒЫҘ


Бала һәм үҫмер, шунан йәш сағымда аяҡ баҫҡан китапхананың бөхтәлеген, тыныс атмосфераһын йыш иҫкә алам,
барған һайын тағы ла ҡыҙығыраҡ хикәйәләр менән танышыуҙы көтөп алғаным хәтерҙә.
Кесе быуындың да шундай матур хәтирәләре булһын!


Кесе йәштән алып балағыҙ менән бергәләп китапханаға йөрөргә тырышығыҙ. Үҙегеҙгә китап һайлағанда,балалар өсөн
кәштәләрҙе лә ҡараштырып сығығыҙ. Китапханасы һеҙгә ҡыҙыҡлы йыйынтыҡ һәм журналдар һайлап алырға ярҙам итһен,
улығыҙ йә ҡыҙығыҙ ҙа был мауыҡтырғыс эҙләнеүҙә ҡатнашһын.


ДӘРТЛӘНДЕРЕҮ


Көсләп асылған күҙҙең нуры булмай, тиҙәр бит. Китапҡа һөйөү уятҡанда ла шулай. Ҡупшы ҡыҫтырғыс (закладка)
йәш кешегә китапты бер тынала түгел, тәмләп-яйлап уҡырға, ошо күркәм шөғөлдән ләззәт алырға өйрәтер.
Оҡшамаған китабын мотлаҡ тамамлаһын, тип көсләп, ҡаты баҫым яһамағыҙ.


Ҡәҙерле балағыҙҙы дәртләндерәм тиһәгеҙ, тағы ла уҡыған китаптарын махсус дәфтәрҙә теркәп барыуын кәңәш итегеҙ,
был исемлек ҙурайған һайын, үҫмерҙең тәүәккәллеге артыр, үҙенең ҡаҙаныштары өсөн, һис шикһеҙ, ҡыуаныр.


Өйҙә уның яратҡан әҫәрҙәренән кескәй генә китапхана булдырығыҙ,һис булмаһа бының өсөн
махсус кәштәләр элеп сығығыҙ. Был китап ҡәҙерен арттырыр ғына.


КӨНӨНӘ 10 МИНУТ


Дәрес әҙерләүгә тәғәйен ваҡыттан тыш,китапҡа 10 минут бүлеү-балағыҙҙың оҫталығын үҫтерер,
матур ғәҙәткә лә нигеҙ һалынасаҡ. Был һөйөүҙе ҡеүәтләү ниәте менән , повесть бүлеген уҡып бөтөрөр өсөн
йоҡоға егерме минут һуңыраҡ ятырға йә әүен баҙарына юлланыр алдынан уҡыу ғәҙәтен индерергә мөмкин.


КИТАП – ИҢ ЯҠШЫ БҮЛӘК!


Байрам, тыуған көнө булһа, балаларға китап бүләк итегеҙ,уларҙы ла шуға өйрәтегеҙ.
Ғәжәйеп,мажаралы китап донъяһын гиҙеп, улар мотлаҡ зирәк, мәрхәмәтле, әҙәпле булып үҫәсәк.


"ӘС-СӘЛӘМ" гәзите өсөн тәржемә ителгән кәңәштәр
(Светлана Әбсәләмова сәхифәһенән алынды)

Читайте нас: