Олатай менән өләсәй һис бер шикһеҙ яғымлы, йомшаҡ, сабырлы булыуҙары менән атай-әсәйҙән айырылып тора. Улар янында һин яҡлаулы. Һине һис бер шартһыҙ яратыуҙары күктәрҙе бейегерәк, ҡояшты яҡтыраҡ, иртәгәһе көндө ышаныслыраҡ итә. Йүгереп барып ҡосаҡтарына һырылһаң, арҡаңдан тупылдатып яратһалар йәнде имләй, йөрәккә май булып яғыла. Йәшкәҙәгән күҙҙәре менән һинең осҡонло күҙҙәреңә баҡһалар - бар донъя һиңә йөҙө менән боролғандай!
Яҡындарыбыҙҙы беҙҙә шулай уҡ яратабыҙ! Илебеҙгә килгән ошо афәт - пандемия ваҡытында өлкән быуын кешеләрен яҡлағыбыҙ, һаҡлағыбыҙ килә. Зинһар ғына, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Ауырлыҡтар алдында һынмағыҙ, һығылмағыҙ! Беҙ һәр саҡ һеҙҙең менән! Яратабыҙ!
Йорт илдәребеҙ тыныс, халҡыбыҙ имен, рухыбыҙ ныҡ булһын! Амин.