-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
17 Ноябрь 2020, 12:45

ФӘҮЗИӘ РӘХИМҒОЛОВА

Фәүзиә Рәхимғолова – тәү сиратта балалар яҙыусыһы. Бының өсөн икеләтә талантлы булыу кәрәк, тигәндәр.Фотоларҙа - кескәйҙәр шағирәнең шиғырҙарын яттан һөйләй.

Рәхимғолова Фәүзиә Абдулла ҡыҙы (15 декабрь 1921 йыл — 21 октябрь 1996 йыл) Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында тыуған. Башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист. 1952 йылдан — КПСС, 1961 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982).
Йәшләй етем ҡалған Фәүзиә интернатта тәрбиләнә. 1935 йылда Өфө педагогия техникумына уҡырға инә. 1938 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый башлай. Был исем беҙгә бала саҡтан уҡ яҡшы таныш.
Ф. Рәхимғолова – тәү сиратта балалар яҙыусыһы. Бының өсөн икеләтә талантлы булыу кәрәк, тигәндәр. Балаларға шиғыр, әкиәттәр яҙыу өсөн уларҙың психологияһын, рухи донъяһын, уй кисерештәрен яҡшы белергә кәрәк. Был ғына етмәй, яҙыусының үҙенең дә эскерһеҙ, бала күңелле лә булыуы шарт. Шунһыҙ бала йөрәгенә ятырҙай, тиҙ отоп алырҙай әҫәрҙәр ижад итеп булмай. Фәүзиә Рәхимғолова 26 китап авторы. Мәҫәлән: “Беҙҙең әсәй”, “Кем тегә матур күлдәктәр, кем яһай аҫыл биҙәктәр?”, “Бал ҡорто һәм күбәләк” кеүек шиғыр йыйынтыҡтары һәр уҡыусының күңеленә тап килә.
Читайте нас: