+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
13 Ноябрь 2020, 15:56

БАЛА МЕНӘН НИСЕК ҺӨЙЛӘШЕРГӘ?

Сабый телендәме, әллә, шулай ҙа, өлкәндәр телендәме?

Ҡайһы бер бала оҙаҡ ваҡыт һаҡау һөйләшеп йөрөй. Күбеһенә был мәсьәлә менән логопедҡа мөрәжәғәт итергә, айырым шөғөлләнергә, неврологҡа күренергә тура килә. Бәләкәй сағында сабый үҙенең етешһеҙлегенә иғтибар итмәй, әммә үҫә килә дөрөҫ һөйләшмәгәнен аңлай башлай, шулай ҙа хата нимәлә икәнен аңлап бөтмәй әле. Уны аңламаһалар, йә әйтергә теләгәнен башҡаларға еткерә алмаһа, йәне көйә, асыулана, тыпырсынып илай, ярһыуға тиклем барып етә. Ҡуҙғыусанға әйләнә. Уларҙың үҙҙәренә дөрөҫ һөйләшәләрҙер кеүек тойола бит, ә уны аңламайҙар...
Әлбиттә, балалағы телмәр етешһеҙлеге үҙенән үҙе барлыҡҡа килмәй, уның төрлө сәбәптәре төрлө. Ошо сәбәптәрҙе ҡайһы ваҡыт атай-әсәй үҙе лә ҡуйыртып ебәрә. Әйтәйек, ҡайһы бер һүҙҙәрҙең элек-электән икенсе исеме лә бар: эт – уау-уау, бесәй – бес-бес, машина – бум-бум, ашарға булһаҡ – мәмәй һ.б. Бала оҙаҡ ваҡыт бөтә ашаған нәмәләр ҙә “мәм-мәм” була тип уйлап йөрөрөн башыбыҙға ла индермәйбеҙ. “Уау-уау”ҙың ысын исеме бар икәнен дә белмәй... Ошондай “бай” һүҙлек запасы менән үҙебеҙ ҙә аңғармаҫтан балабыҙҙың тел үҫешен тотҡарлайбыҙ түгелме һуң?
Йә булмаһа, бала һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтмәйенсә, һаҡау һөйләшә икән, атай-әсәй ҡыҙыҡ күрепме, икенсе төрлө әйтһәм, балам аңламай ҡуйыр типме, уның телендә һөйләшә башлай. Был осраҡта ла бәләкәс оҙаҡ ваҡыт яңылыш һөйләшкәнен аңламай ҙа йөрөй. Ә яңылыш телмәр нығына ғына.
Баланың дөрөҫ һөйләшмәүе әлегә артикулляр аппараттың үҫешеп бөтмәүендә. Беҙ уға дөрөҫ һөйләшергә өйрәтер урынына телен һаман боҙабыҙ. Яңылыш юлдан ебәрәбеҙ. Ә атай-әсәй һүҙҙәрҙе үҙенең исеме менән, асыҡ итеп әйтеп һөйләшһә, бала, ҡабатлай алмаған хәлдә лә, әйтелешен ишетеп, күңеленә һалып йөрөй. Балалар баҡсаһына, мәктәпкә йөрөй башлағас, дөрөҫ әйтеүҙе талап итә башлаһалар, аптырап ҡалмаҫ. Тел етешһеҙлеген бөтөргәндә лә еңелгә тура киләсәк.
Минең ҡыҙым бәләкәй саҡта хәрефтәрҙе бутай ине, “с”, “з” өндәрен әйтә алманы. “Әсәй” урынына “әҫәй”, кәзәне “кәҙә” тип һөйләшеп йөрөнө. “Холодильник, тип әйт”, тиһәң, “лоходильник” тиер ине. “Лоходильник түгел, ә холодильник” тип төҙәтһәң, “Мин дә лоходильник тип әйтәм бит”, – ти ине үсегеп. Логопедҡа бер-ике дәрескә барғандан һуң “с”, “з”-лары урынына ҡайтты, лоходильник та холодильникка әйләнде...
Читайте нас: