-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
6 Ноябрь 2020, 12:35

Ә ҺЕҘ НИСЕК УЙЛАЙҺЫҒЫҘ?

Ә мин бөтә нәмә бәләкәс баланың бәләкәй сағынан башлана, тип уйлайым. Өйҙө лә ныҡлы нигеҙгә ултырталар. Бында ла шулай. Башланғыс кластарҙа нисек уҡып алып китә бала, шулай дауам итәсәк...

Дуҫтар-әхирәттәр осраштыҡ, хәл-әхүәлдәрҙе һорашабыҙ, уңыш-шытлыҡтар, яңылыҡтар менән бүлешәбеҙ. Беребеҙ:
– Ә мин башланғыс кластарҙы уҡытам хәҙер! – тине шат тауыш менән. Ул ҡала мәктәбендә урыҫ балаларына башҡорт телен өйрәтә ине.
– Нисек? – тип аптырап ҡалды өсөнсөбөҙ. – Был бер баҫҡысҡа түбән төшөү була түгелме һуң?
Ә мин әхирәтемдең бәләкәй балаларҙы нисек яратҡанын, улар менән ихлас шөғөлләнгәнен, белһендәр тип үҙен йәлләмәй тырышҡанын белгәнгә күрә, өндәшмәйем. Уны аңлаған кеүекмен.
– Бәләкәстәргә мин күберәк файҙам тейәлер тип уйлайым, – әхирәтебеҙ һис үпкәләмәне уның һүҙҙәренә. – Мин биргән белем менән улар тормош һуҡмағынан артабан китәсәк бит...
Ошо һөйләшеү тынғы бирмәй миңә. Ниңәлер бәләкәстәр менән эшләүҙе кешеләр түбәнселеккә һанай. Ә бит, уйлап ҡараһаң, киреһенсә, бөтә нәмә ана шул бәләкәс баланың бәләкәй сағынан башлана. Өйҙө лә ныҡлы нигеҙгә ултырталар. Бында ла шулай. Башланғыс кластарҙа нисек уҡып алып китә бала, шулай дауам итәсәк. “Ярай, әле нисек уҡыһа ла ярай, аҙаҡ, 5-се кластан тырышып уҡыр әле”, – тигән ҡарашта булған атай-әсәйҙәр хайран ҡалдыра. Баштан аңламай ҡалһа, йә ялҡауланырға өйрәнһә, унан-бынан ғына эшләп йөрөһә, аҙаҡ ул бала нисек тырышһын ти?
Башланғыс класс уҡытыусыһы баланың киләсәгендә иҫ киткес ҙур роль уйнай. Уҡырға-яҙырға ғына өйрәтеп ҡалмай бит ул, атай-әсәйҙәр менән бер рәттән уны тәрбиәләүгә лә ҙур өлөш индерә. Тап ошо мәлдә бәләкәс күп кеше алдында асылырға, үҙен тоторға, оялмаҫҡа өйрәнергә, фекерҙәрен матур, ҡыйыу итеп әйтә белергә тейеш. Дөрөҫ менән ялғанды, яҡшы менән яманды ла тап ошо йәштә айырырға өйрәнә. Донъяны яңы таный башлаған балаға тура юл мәктәптә лә, өйҙә лә күрһәтелеү мотлаҡ.
Китап, журналдар уҡыу менән дә шул хәл. Әгәр бала бәләкәй сағында китап уҡып өйрәнмәһә, "Аҡбуҙат" журналын алдырмаһағыҙ, унда әҙәбиәткә һөйөү нисек тәрбиәләнергә тейеш? Башланғыс класта ҡыҙыҡһыныу тыумаһа, аҙаҡ уны көсләп тә уҡытып булмаясаҡ.
Иң ҡәҙерле, мөһим һәм бик ҡыҫҡаҡ мәлде күҙ уңынан ысҡындырмаһаҡ ине...
Читайте нас: