+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
30 Октябрь 2020, 12:33

"Атай-әсәйҙәрем нимә уҡыны икән?.."

Бөгөнгө балалар нимә уҡый? Беҙ яратҡан яҙыусыларҙы беләләрме? Ғөмүмән, әҙәбиәт менән, китап менән ҡыҙыҡһыналармы?

Дәүләкән районы Әнгәсәк урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Есения Вәликәеваның иншаһы ҡулға килеп эләккәс, уйға ҡалдым: беҙ, ярай, Мәжит Ғафури, Сәғит Агиштарҙы, Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшиналарҙы уҡып үҫтек, ә бөгөнгө балалар нимә уҡый һуң? Беҙ яратҡан яҙыусыларҙы, исмаһам, беләләрме? Ғөмүмән, әҙәбиәт менән, китап менән ҡыҙыҡһыналармы? “Башҡортса уҡыу ҡыҙыҡ түгел, аңлашылмай”, - тиҙәр. Шул мәлдә күбеһе китапты ҡулына алып, уҡып та маташмай. Ә бит классиктарҙың әҫәрҙәре, уларҙың һүрәтләү алымдары, тел байлығы иҫ китмәле! Һәм тәрән мәғәнә һалынған, һәр береһе үҙе бер дәрес.
Әйҙәгеҙ, “Атай-әсәйҙәрем нимә уҡыны икән?” – тип, М. Ғафуриҙың 1984 йылда баҫылып сыҡҡан хикәйәләр китабын уҡып сыҡҡандан һуң яҙған иншаһына беҙ ҙә күҙ һалайыҡ.
“Тәүге “Ҡырағай ҡаҙ” тип аталған хикәйәһе мине бик тулҡынландырҙы, - тип яҙа ҡыҙыҡай. - Был әҫәр ҡамыштар араһында яралы ҡаҙ табып алған малай тураһында. Ул бахырҡайҙы ҡыш буйы ашатып, эсереп, тәрбиәләп сыға. Яҙ еткәс, һауала осоп барған ҡоштарҙы күрәләр. Малайҙа ҡыш буйы йәшәп, инде һауыҡҡан өйҙәге ҡош, уларҙы күргәс, ҡанаттарын йәйеп ебәрә һәм, хушлашҡандай бер ҡысҡыра ла, һауаға күтәрелә, ҡаҙҙар тубына барып ҡушыла. Малайға күңелһеҙ булып ҡала. Шунан һуң йыл да һауанан осоп барған ҡаҙҙарҙы күрһә: “Минең ҡаҙым да улар араһындалыр инде”, - тип уйлар булған. Уға өйҙә, минең менән йәшәүе рәхәт ине бит, ниңә ҡалманы икән, тип уйлана ул гел. Аҙаҡ һорауына үҙе үк яуап таба: Ҡырағай ҡоштар ирекле ҡош, уларға иркен күк йөҙө кәрәк...”
Хәҙерге балаларҙың бәләкәйҙән Интернет киңлегендә беҙҙең әлеге ҡош кеүек хис итеүе, әлбиттә, һәйбәт. Әммә уларҙың бына ошондай ихлас, күңел йылыһы биргән, уйландырған, яҡшылыҡҡа ынтылдырған китап уҡыуҙан үҙҙәрен мәхрүм итеүҙәре эсте бошора. Бында, моғайын, беҙҙең, атай-әсәйҙәрҙең дә ғәйебе барҙыр. Беҙ балаларыбыҙға сабый саҡтарында әкиәттәр уҡымайбыҙ. Уларҙа китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятмайбыҙ, һөйөү тәрбиәләмәйбеҙ. Донъя мәшәҡәттәренә сумғанбыҙ ҙа, үҙебеҙ ҙә хәҙер китап уҡыуға, нимәгә ул, тип ҡарай башланыҡ шикелле. Балаға тыуғас та сағыу һүрәтле китаптарҙы уҡый башларға кәрәк. Аңламай барыбер, тиергә һис ярамай. Беҙгә генә шулай тойола, сабый барыһын да күңеленә һала бара ул. Йәнә рус теленең телевизор, интернет аша өйҙәребеҙгә үтеп инеүе, мәктәптәрҙә туған телдә уҡымау ҙа үҙ эшен эшләй. Балаларҙың теле бутала, һүҙ байлығы һайыға, фекерҙәрен туплап, матур ғына итеп әйтеү ҙә ҡыйын була башлай. Мәктәптәрҙә башҡорт кластары бөтөрөлөүе, туған телдә уҡымау ҙа күңелле күренештәрҙән түгел. Балаларҙың телдәрен онотоуына, насар белеүенә тура юл был.
Баланың әсә телен белеүе, туған телендә китаптар уҡыуы, тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын белеүе атай-әсәй намыҫына ҡала килә. Ҙур байлыҡтан мәхрүм итмәһәк ине сабыйҙарыбыҙҙы. Юғалтыуы ғына тиҙ бит ул, кире тергеҙеүе үтә лә ауыр...
Читайте нас: