-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
29 Октябрь 2020, 22:40

Баланы нисек боҙабыҙ? Авторитет менән "баҫабыҙ"

Ҡайһы бер атай-әсәйҙәрҙең бала өсөн авторитет булғыһы килә. Бындай ололар “әйттем-бөттөм” принцибына ғына таяна.

Ҡайһы бер атай-әсәйҙәрҙең, бер нәмәгә лә ҡарамайынса, бала өсөн авторитет булғыһы килә. Бындай ололар “әйттем-бөттөм” принцибына ғына таяна. Бер ниндәй ҙә аңлатыу ҙа, алдан иҫкәртеү ҙә юҡ – авторитет көсө менән “баҫабыҙ”.
Бындай ғаиләләрҙә дисциплина ҡаты, саҡ ҡына яңылышһаң да берәй язаһы көтә. Баланың ике күҙе атайҙа йә әсәйҙә, алдында дер ҡалтырап тора, нимә әйтһә лә йүгереп йөрөй. Үҙ фекерен йә теләген әйтеү тураһында уйлап та бирмәй. Бындай атай-әсәйҙәр өсөн бала – ни бары тәрбиәгә мохтаж бала ғына. Уның үҙ ҡараштары, теләктәре, фекерҙәре иҫәпкә алынмай. Ул шарттарҙа сабый нимә киерә – иғтибар итеүсе юҡ.
Нәҡ ошондай атай-әсәйҙәр өсөн баланың уңышлы булыуы ғына мөһим. Шарт ҡуйып яратыу килеп сыға инде. Яҡшы билдә алып ҡайта икән – һәйбәт мөнәсәбәттә булалар, насар билдә икән – әрләйҙәр.
Ғәҙәттә, ундай бала күндәм, шым ғына. Нимә ҡушалар – шуны үтәй. Башлап фекер әйтеү, ризаһыҙлыҡ белдереү, үҙ ҡарашын яҡлауға теләге лә, көсө лә юҡ. Ихтыярһыҙ. Үҫкәс иһә бүтәндәрҙең баһаһына мохтаж була башлай. Үҙен гел башҡалар менән сағыштыра, уларҙан түбән ҡуя. Үҙ-үҙенә ышанысы юҡ. Кемдәрҙер өсөн тап ошондай кешеләр хатта ҡулай.
Баланың эске таяуын һындырыу яҙмышын боҙоуға тиң. Уның лидер булыуы икеле. Һөнәр, эш урыны, тормош юлдашы һайлағанда ла ауырлыҡтарға осрауы ихтимал.
Авторитет кәрәк, әммә сама менән. Һүҙ менән түгел, ә үҙ тәртибең менән тәрбиәләү мөһим икән. Мәҫәлән, баланың йомарт булыуын теләһәк, уға был хаҡта әйтергә түгел, ә үҙебеҙгә башҡалар менән бүлешә белеү фарыз.
Талаптар бер үк һәм даими булһа ғына бала иҫендә ҡалдыра һәм өйрәнеп китә. Шулай уҡ тыйыуҙарыбыҙ, иҫкәртеүҙәребеҙ хаҡында алдан аңлатып ҡуйыу яҡшы. Ҡушҡанды һуҡырҙарса үтәүгә ҡарағанда, аңлап үтәһә һәйбәтерәк инде.

Гөлсинә Йосопова.

Читайте нас: