+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
26 Октябрь 2020, 21:00

Ила, ила, илаһаң бирә ул...

Эйе, былары хәйләһеҙ илау. Ә була еңергә маташып илау. Бындай күренешкә бигерәк та магазинда шаһит булырға тура килә. Әсәй кеше уңайһыҙланып балаһын йәһәтерәк тынысландырырға тырыша, еңмеш һораған нәмәне алып бирә һала.

Балалар йыш ҡына өлкәндәрҙең иғтибарын илап йәлеп итә, үҙен шулай йәлләтә, еңергә тырыша. Йәкшәмбе ҡунаҡта булғанда ошо хаҡта һүҙ сыҡты, ҡыҙыҡтарҙы иҫләп алдыҡ.

"Нимәгәлер илай башланым, - тип һөйләне береһе. - Эргәмдә бер кем юҡ. Миңә обидно булып китте, тағы ла нығыраҡ һыҡтайым, тыйылып та булмай. Ниһайәт, иғтибар иттеләр!
- Ниңә илайһың? Ни булды?
- Оноттом инде… - тип яуап бирәм. Илай башлағанға байтаҡ ҡына ваҡыт үткәйне шул…"

"Үҙем дә бәләкәй, миңә бер бәпесте ҡарарға ҡалдырҙылар ҙа әсәйемдәр ҡайҙалыр киттеләр. Теге бала илай башланы. Ә минең йәнем көйә:
- Әсәйеңдәр китмәҫ борон илаһаң булмай инеме һиңә?! - тип әрләйем тегене.
Иртәрәк илай башлаһа, миңә ҡалдырмаған булырҙар ине, тип уйлағанмындыр инде."

"Ҡолап, ҡайһылыр еремде ауырттырҙым. Иларға уйланым да, тирә-яғыма ҡарап алғас, тыйылдым. Шул саҡ олатайым килеп сыҡты. Мин ҡысҡырып илап ебәрҙем. Борсолоп киткән олатайыма, бая ҡолағайным, тип аңлаттым.
- Бая ҡолағанға хәҙер илайһыңмы ни? - тип шелтәләне олатайым.
- Ул ваҡытта һин килмәгәйнең бит әле...

"Ҡыҙым килгән ҡунаҡ ҡыҙыҡайҙы өйрәтә: “Ила, ила, илаһаң алып бирәләр ул… ” Һынап ҡараған булған ахырыһы)))

Эйе, былары хәйләһеҙ илау. Ә була еңергә маташып илау. Бындай күренешкә бигерәк та магазинда шаһит булырға тура килә. Әсәй кеше уңайһыҙланып балаһын йәһәтерәк тынысландырырға тырыша, еңмеш һораған нәмәне алып бирә һала.
Был әлбиттә бик үк дөрөҫ түгел. Мин ни эшләй торғайным был осраҡта? Бәләкәй генә сағынан ниңә ул теләгән нәмәне алып бирмәгәнде аңлатам да: "Илағың килһә, туйансы ила, мин һине анауындакөтөп торам", - тип әйтәм дә, ситкәрәк барып баҫа инем.
Аҙаҡ үҙе үк: "Һин уны ныҡ итеп алғың килһә лә ала алмайһың, сөнки аҡса юҡ, ивет әсәй", - тип, күҙенә йәш төйөлһә лә иламай торғайны.
Читайте нас: