+20 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
25 Октябрь 2020, 23:55

"СУЛПЫЛАР"ҘЫҢ "ЙӘЙҒОРО"

"Алтын көҙ" исемле күргәҙмә төркөмөбөҙҙө йәмләп тора.

Көҙ - мөғжизәле осор! Йылдың был мәлендә тотош тәбиғәт яңы, ғәжәйеп матур кейемдәр кейгән кеүек: ағастар йәшел «кейемдәрен» сағыу һары-ҡыҙыл төҫтәргә алмаштыра. Тирә-яҡтағы хозурлыҡ таң ҡалдырғыс!
Сибай ҡалаһының "Сулпылар" балалар баҡсаһының "Йәйғор" төркөмөндә көҙ билдәләрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, көҙгө тәбиғәткә һоҡланыу тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында балалар менән төрлө эшмәкәрлектәр үткәрелде. Шуларҙың араһында иң ҡыҙыҡлыһы булып, көҙгө ағасты һүрәтләү булды. Балалар мамыҡ таяҡсалары менән, сағыу төҫтәрҙе ҡулланып, һоҡланғыс ағастар төшөрҙө.
Ата-әсәләр ярҙамында эшләнгән "Алтын көҙ" исемле күргәҙмә төркөмөбөҙҙө йәмләп тора. Шундай матур мөғжизә тыуҙырғандары өсөн ҡәҙерле ата-әсәйҙәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Тәрбиәсе Малабаева Нәсимә Зиннур ҡыҙы.
Читайте нас: