+8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
25 Октябрь 2020, 13:28

Пластилин менән танышабыҙ

Пластилин ҡулдарҙың ваҡ моторикаһы өсөн файҙалы, фекер йөрөтөүҙе үҫтерә, төҫтәрҙе өйрәнергә, предметтарҙың формаларын айырырға ярҙам итә.

Пластилиндан әүәләү – бала өсөн бик мөһим шөғөл. Ул ҡулдарҙың ҡул суҡтары өсөн файҙалы, ваҡ моториканы, телмәрен, зиһенен үҫтерә, төҫтәрҙе өйрәнергә, предметтарҙың формаларын айырырға ярҙам итә. Шулай уҡ балаларҙың нервы системаһына ла яҡшы яҡтан тәьҫир итә. Ҡыҫҡаһы, пластилиндың бала өсөн файҙаһы бик күп.
Ниндәй пластилин яҡшы?
Яҡшы сифатлыһын алырға тырышырға кәрәк. Ул артыҡ ҡаты ла, йомшаҡ та булмаһын, һуҙылып та тормаһын. Ҡулға йәбешеп торһа, әүәләү ҡыйын буласаҡ. Ҡатыһын бала ҡулдарына йомшартып алыуы ҡыйынға тура киләсәк, ә ваҡ деталдәре йәбешмәй ыҙалатасаҡ.
Нимәнән башларға?
Беренсенән, бала пластилинды ашап ҡуймаһын өсөн һеҙгә һаҡсы булырға ла, әүәләгәндә өйрәтеп ултырыр уҡытыусы ролен үтәргә лә тура килер.Икенсенән, әүәләргә эштең еңелен, баланан артығын талап итмәгән һайлағыҙ. Әйтәйек, йылан эшләргә мөмкин, төрлө ҡулсалар, колбаса эшләргә яраталар. Йәш ярым, ике йәштә бала палстилиндың үҙенсәлеге менән таныша ғына әле.
- Бәләкәскә бөтә ҡапты бирмәгеҙ, иң яҡшыһы, ике төрлө генә пластилинды күрһәтегеҙ ҙә, береһен һайларға ҡушығыҙ.
- Төҫ һайланғас, пластилинды йомшартыу процесына күсегеҙ. Һеҙ – үҙегеҙҙекен, һеҙгә ҡарап бала үҙенекен ҡулдары менән иҙһен. Йомшаҡ пластилиндан бәләкәй бер киҫәк өҙөп алығыҙ ҙа, мәҫәлән, йәймә эшләп күрһәтегеҙ. Иң мөһиме, һеҙгә балала ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк.
- Пластилинды өҙгөләү – бәләкәстәрҙең яратҡан шөғөлө. Был шөғөлдө артабан үҫтерергә була: өҙөлгән киҫәктәрҙе картонға йә ябай ҡағыҙ битенә йәбештерергә мөмкин. Бала үҫә килә эште ҡатмарлаштыра бараһың. Әйтәйек, алма ағасы эшләйһең дә, ҡыҙыл төҫтән алмалар элеп сығаһың. Шыршыны биҙәү ҙә күңелле буласаҡ.
- Картон йә ҡағыҙ өҫтөндә устар менән йыландар, тупсыҡтар тәгәрләтегеҙ. Килеп сыҡҡан йыланды аҙаҡ ҡулсаға әйләндерергә мөмкин, ә тупты бармаҡ менән баҫырға.
- Балаларҙың яратҡан шөғөлө шулай уҡ йәйелгән пластилин өҫтөндә эҙҙәр яһау. Уйынсыҡ сәнске, бармағы, ҡалаҡ – ҡул аҫтында нимә бар, шуның менән эҙҙәр ҡалдыра ала.
- Пластилин менән эшләгәндә борсаҡ, фасоль, төрлө формалағы макарондар, төймә, мәрйендәр ҡулланырға мөмкин.

Читайте нас: