+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
23 Октябрь 2020, 16:05

Баланы нисек боҙабыҙ? Рәнйетәбеҙ

Күп кенә атай-әсәйҙәр балаларына ҡаты итеп, әсе-әсе һүҙҙәр менән өндәшеүсән. Йән көйгәндә һүҙ һайлап тороу юҡ бит инде. Асыуҙан шартларҙай булып уҫал итеп әйтеп ҡуябыҙ. Ә балалар быны онотмай...

Бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй. Быуаға таш ташлаһағыҙ ҙа, Ғаләмгә бер үҙгәреш индерәһегеҙ, тигән бит әле берәү.
Күп кенә атай-әсәйҙәр балаларына ҡаты итеп, әсе-әсе һүҙҙәр менән өндәшеүсән. Йән көйгәндә һүҙ һайлап тороу юҡ бит инде. Асыуҙан шартларҙай булып уҫал итеп әйтеп ҡуябыҙ.
Ә балалар быны онотмай. Йылдар үтә килә тиңдәштәренә шулай мөрәжәғәт итә башлар. Ә инде үҫеп еткәс үҙебеҙҙе лә шундай уҡ һүҙҙәр менән рәнйетмәҫ тип кем әйтә ала?
Ҡайһы берәүҙәр бәләкәй баланы ҡыҙыҡ өсөн генә һүгенергә, әрләшергә өйрәтә. Аҙаҡ мәҙәк кенә итеп әйткәнен тыңлап көлөшәләр. Был ғәҙәтте мәғәнәһеҙ тип һанайым. Был бит үҙ балаңдан көлөү!
Бәләкәс бар нәмәне лә үҙенә һеңдерә. Йәһәт кенә отоп ала, тиҙ генә онотмай. Ана шул һүгенеү ҙүҙҙәре урынына шиғыр ятлатһалар, әкиәт һөйләһәләр, энциклопедия уҡыһалар, ул баланың аңына ныҡлы ғына нигеҙ һалырҙар ине. Сабыйҙа күберәк белергә, өйрәнергә теләк тыуа, артабан мәктәптә лә ауырлыҡһыҙ уҡыясаҡ.
Ә инде уның күңеленә алама орлоҡ һалына икән, бала артабан да кире күренештергә генә ылығыр. Һүгенеүҙең артында оятһыҙлыҡ ята. Ҡыҙыҡһыныуҙары ла шул йәһәттән генә үҫешер бит. Быныһы саҡ ҡына ситкәрәк тайпылыу булды.
Ҡыҫҡаһы, ныҡ ҡына асыуланған саҡта ла ауыр һүҙ әйтмәйек балаға. Эйе, бер аҙҙан тынысланырһың, үкенеп башынан һыйпарһың, ғәйеп тойғоһо кисерерһең. Ни алып, ни бирергә белмәй торорһоң, бәлки Бала ла тымыр, берәй уйынға әүрәр. Улар бер үк мәсьәләгә оҙаҡ мөкиббән китеп ултырмай, ғәҙәттә. Тиҙ генә онота ла, үҙенә берәй шөғөл таба. Ләкин ана шул уйламай әйтелгән әсе һүҙҙәр төпкөл аңға инеп йәшеренә лә, ҡасан килеп сығыры билдәһеҙ. Бала киҫкен осраҡ килеп тыуғанда тиҫтерен рәнйетерме, киләсәктә хәләл ефетенме, ейәндәренме – билдәһеҙ.
Айырыуса, үҙеңә ҡапма-ҡаршы енесле сабыйға ҡарата һаҡ булыу фарыз, ти психологтар. Мәҫәлән, атай ҡыҙға ҡаты мөнәсәбәт күрһәтеп үҫтерҙе икән, ҡыҙы үҙенә тормош юлдашын тап шундайҙы һайлар. Сөнки уның аңында ана шундай ғаилә моделе һалынған. “Ир кеше – рәнйетеүсе”.
Балалар – беҙҙең көҙгө. Күп ғәҙәттәребеҙҙе, үҙ-үҙебеҙҙе тотоуыбыҙҙы сағылдыра. Ыңғай яҡтарыбыҙҙы ла, киреләрен дә үҙләштерә.
Читайте нас: