+4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
22 Октябрь 2020, 15:34

Балаң дөрөҫ һөйләшәме? Тел күнегеүҙәре

Уйын рәүешендә үткәрһәң, бала ихлас шөғөлләнәсәк.

Телмәрендә өн кәмселектәре булған балалар менән төрлө күнегеүҙәр эшләргә тәҡдим итәм. Сабыйға туған телендә өндәрҙе әйтеп өйрәнер өсөн тел, тештәр, эйәк, ирендәр, йомшаҡ һәм ҡаты аңҡау, сикәләр ярҙам итә.
Атай-әсәйҙәргә бәләкәс менән көҙгө алдында көнөнә 3 тапҡыр 5-7 минут, 5 йәшлектәр менән 15-20 минут шөғөлләнеү мөһим.
Тел күнегеүҙәрен башҡарғанда ауыҙ киң асыла, аҫҡы эйәк ҡыбырламай. Уйын рәүешендә үткәрһәң, бала ихлас шөғөлләнәсәк. Мәҫәлән:
Тел йоҡонан уянған да, йыуыныу бүлмәһенә ингән. “Тештәрен таҙарта” ( тел ауыҙ эсендә уңға-һулға йөрөй). Аҫҡы тештәрен, аҙаҡ өҫкө тештәрен таҙартҡан. Битен йыуған (малайҙы, сикәләрҙе һыйпап алабыҙ). Әсәһе иртәнге ашҡа саҡырған. М-м-м... тәмле генә “Ҡоймаҡ “ ҡойған икән (телде ҡоймаҡ кеүек яҫы итеп аҫҡы ирендәргә һалабыҙ). Матур “Сынаяҡтан” сәй эскән (яҫы телде өҫкә күтәрәбеҙ). Тел “Ишектәрҙе асҡан” (ауыҙ асыла), тышҡа уйнарға сыҡҡан датирә-яғына ҡараған – “Сәғәт” күнегеүе (телде уңға-һулға 4-5 тапҡыр йөрөтәбеҙ). “Бәүелсәктә” бәүелгән (телде өҫкә-аҫҡа йөрөтәбеҙ). Дуҫтары менән “Ат сабышы” уйнаған (ат сапҡан тауыш сығарабыҙ).
Тел күнегеүҙәрен беренсе тапҡыр эшләгәндә килеп сыҡмаҫҡа ла мөмкин, шуның өсөн атай-әсәйҙән түҙемлек талап ителә. Әгәр балаға 5 йәш тулып туған телдә өндәрҙе дөрөҫ әйтмәһә, борсолорға урын бар. Неврологка, психолог, логопедҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бала мәктәпкә барғансы был ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға тейеш, юҡһа, уҡый башлағас, комплекстар барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Ләйлә Ғимаева,

Юғары катергориялы уҡытыусы-логопед.

Читайте нас: