-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
20 Октябрь 2020, 20:37

Баланы нисек боҙабыҙ?

Яза бирәбеҙ.

Сабый эш боҙғандан һуң яза биреү, әйтерһең дә, ҡарға һеңгән. Төрлө һорау алыуҙарға ҡараһаң, беҙҙең ил кешеләре һуғыу ысулын иң йыш ҡуллана икән. Унан ҡала ҡайыш менән ярыу, сикәһенә сабыу. Шул уҡ ваҡытта тышҡа сығармау, телевизор ҡаратмау, компьютер бирмәү, тәмле-татлы алмау, уйынсығын тарты алыу кеүек язаларҙы ла яратабыҙ икән. ҠАйһы берәүҙәр балаһы менән һөйләшмәй йөрөй йәки балкогға, икенсе бүлмәгә бикләп ҡуя. Аҙаҡ ғәйеп тойғоһо кисерә, дөрөҫ эшләнемме-юҡмы тип икеләнә.
Бала үҙен ҡурсаулы итеп тойһа ғына күңеле бөтөн була. Был бөтә хәүефтәрҙән дә күҙ ҡараһылай һаҡлау тигәнде генә аңлатмай. Уға нимә мөмкин һәм нимә ярамай икәнлеген белеү зарур. Ниндәйҙер ҡағиҙәне боҙғандан һуң, бер ниндәй ҙә "бармаҡ янау" булманы икән, аптырап, юғалып ҡалыр. Мәҫәлән, яланда туп типкән малайҙарға алдан уҡ ҡағиҙәләрҙе һәм штрафтарҙы аңлатып биргәндә, футбол килеп сығыр. Ә инде быларҙы белмәйенсә уйнаһалар, нимә килтереп сығарыуҙары билдәһеҙ.
Тәрбиә - ул үҙ ҡылығың өсөн яуаплылыҡ булдырырға өйрәтеү. Шуға күрә НИНДӘЙ яза биреүебеҙҙән бигерәк, уны НИСЕК эшләүебеҙ мөһим икән.
Иң тәү сиратта, эҙмә-эҙлеклелек кәрәк тип өйрәтә аҡыллы китаптар. Кәйеф бар саҡта ғәфү итеп, йән көйгәндә ҡаты шелтәләһәк - зыянға ғына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына шулай килеп сыға ла инде.
Бында ғәҙеллек тойғоһо ла кәрәк. Бәләкәй генә шуҡлығы өсөн дә, етди эш боҙһа ла бер үк яза дөрөҫ түгел.
Әгәр бала насар ҡылығы өсөн үкенә, ҡайғыра икән, утҡа май өҫтәү кәрәкме? Юҡтыр.
Йәнә иң мөһиме: сабый һәр ваҡытта ла үҙен яратыуҙарын белеп торһон. Ниндәй генә шелтә алмаһын, үҙен кәрәкле, ҡәҙерле итеп тойһон барыбер.
Гөлсинә Йосопова.
Читайте нас: