Балаһына ҡысҡырмаған атай-әсәйҙәр һоҡланыу уята. Тауыш күтәреү ул көсһөҙҙәр эше, әлбиттә. Үҙ-үҙенә ышанғандар тыныс булыусан.
Дөрөҫ, ҡысҡырып әйтһәң, балаға тиҙ барып етә. Йәһәт кенә урынынан ҡуҙғалып, ҡушҡан эште үтәй һалып ҡуя. Донъя бит: эштәге күңелһеҙлек, аҡса етмәүе һәм башҡа мәшәҡәттәр арҡаһында йән көйөүсән. Шул мәлдә балаңа көс төшөрҙөң икән, ғәфү үтенеү кәрәк, ти психологтар. Ләкин бындай ҡыҙып китеүҙәр йыш ҡабатланмаһын.
Ошо мәсьәләгә ҡағылышлы көнсығыш хикмәте бар. Бер малай тиҙ ярһып китеүсән булған. Ошо арҡала бүтәндәргә алама һүҙҙәр әйткән, ғауға ҡуптарған. Атаһы уға бер кәңәш биргән. Кеше менән талашҡан һайын ҡапҡаға сөй ҡағырға тырыш, тигән ул. Малай ҡапҡаны сөй менән тултырған, әммә тора-бара был эштең бер мәғәнәһен дә күрмәй башлаған. Иреш-талаштары ла һирәгәйгән. Улай булғас, атаһы иптәштәре менән ярашҡан һайын ул сөйҙәрҙе кире һурып алырға ҡушҡан. Малай шулай иткән дә. Бөтәһе менән дә мөнәсәбәттәре яйланған. Ләкин ҡапҡа тишекле булып ҡалған. "Кешене рәнйеткән һайын күңеленә сөй ҡаҡҡан кеүек була", - тигән атаһы.
Бына ни өсөн тойғоларҙы ярһып сығармаҫҡа өйрәнергә кәрәк икән. Уире осраҡта, балаларҙың күңелен тишкеләп бөтөргә мөмкин.
Психологтар ҡысҡырына башлағанда көҙгөгә ҡарарға бағырға кәңәш итә. Ниндәй ҡиәфәттә күренәһегеҙ һеҙ унда? Ҡулдар билдә, күҙҙәр аҡайған, йәмһеҙ тауыш... Тап ошо образда ғына ҡалып ҡуймайыҡ бала аңында.
Ҡысҡырыуҙың бер файҙаһы юҡтыр ул. Бала иртәме-һуңмы үҙен беҙҙең ише тота башлар. Ул да ҡысҡырыр, аҡырыр. Ғаилә ҡорғас, шул ғәҙәтен үҙ балаларына күрһәтер. Балалары - ейәндәренә...