+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
16 Октябрь 2020, 11:39

Атай-әсәйҙәр иғтибарына

Бәләкәстең һөйләшә башлағанын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Ә ҡасан, нисә йәшендә ул беренсе һүҙҙәрҙе әйтә, һүҙҙәрҙе һөйләмдәргә теҙә башлай икән?

- 3-6 айлыҡ бала, телмәр ағзаларын күнектереп, бик күп өндәр сығара;
- 1 йәшлек бала 10 һүҙ әйтергә һәм 30-60 һүҙҙе аңларға тейеш;
- 2 йәшлек бала 3-4 һүҙҙән торған ҡыҫҡа һөйләмдәр төҙөй;
- 3 йәштә бик күп һөйләшә, шиғырҙарҙы яттан һөйләй;
- 4-5 йәш бөтә өндәрҙе дөрөҫ әйтеп, фонетик ишетеү формалашҡан ваҡыт, шулай уҡ өлкән кешеләрҙең телмәренә яҡынлаша;
- 6 йәштә яҡшы телмәр үҫеше формалаша.
Читайте нас: