Төрлө китаптарға эйәреп, баланы «Һин маладис, һин шәп! Һин барыһын да дөрөҫ эшләйһең» тип тәрбиәләргә,әйләнгән һайын шул һүҙҙәрҙе тыҡып торорға кәңәш итәләр. Эйе, баланы хуплап, дәртләндереп, күңеленә ышаныс өҫтәп торорға кәрәк, әммә сама белеп. Бала күңеле аҡ ҡағыҙ. Ул ишеткән-күргәнен шунда уҡ хәтеренә теркәп тә ҡуя. Шуға күрә, һаман «һин» тип хуплап ҡына торһаң, бәләкәс кешенең эгоист булып үҫеүе бар. «Мин»е көслө бала башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һалмаясаҡ, дөрөҫме-түгелме, һүҙен һүҙ итмәһә, үсегәсәк, истерикаға тиклем барып етергә мөмкин. Бындай балаға бүтәндәрҙе үпкәләтеү, рәнйетеү бер ни тормаясаҡ. «Һин шәп» тип маҡтағыҙ,әммә шул уҡ ваҡытта бөтә яҡшы-насар яҡтарын йыбанмай ғына аңлатығыҙ. Бала ниндәйҙер һүҙҙәргә һуҡыр рәүештә ышанып үҫергә тейеш түгел. Ни өсөн хуплауығыҙҙы бер күңеленә һала барһа, ғүмер буйы иҫендә тотасаҡ. Тормошонда хаталар ҙа әҙерәк булыр.