-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
7 Октябрь 2020, 17:05

Хаталар өҫтөндә эш

Әрләүгә ҡарағанда маҡтау күңелде нығыраҡ үҫтерә шул...

Беренсе синыф балаларының уҡытыусылары ауырып китә. Уны, билдәле, икенсе уҡытыусы алмаштыра. Яңы мөғәллимә уҡытҡан аҙнала атай-әсәйҙәр балаларының яҡшыраҡ яҙа башлауын, хәрефтәренең матурыраҡ, төҙөрәк булыуын аңғара. Бындай үҙгәрештең сәбәбен табырға тырышып, балаларының яҙыу дәфтәрен иғтибарлап ҡарайҙар. Баҡһаң, элекке уҡытыусы, нимә өҫтөндә эшләргә кәрәклеген белдереп, насар яҙылған һүҙҙәрҙең аҫтына ҡыҙыл ручка менән һыҙып киткән. Ә яңы уҡытыусы, киреһенсә, матур килеп сыҡҡан хәрефтәрҙе йәшел төҫ менән уратып алған. Шул рәүешле балалар иғтибарҙарын үҙҙәренең уңышына йүнәлткән һәм шуны ҡабатларға тырышҡан.
Ысынлап та, әрләүгә ҡарағанда маҡтау күңелде нығыраҡ үҫтерә шул.
Читайте нас: