-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
5 Октябрь 2020, 13:05

Атай-әсәйҙәргә Януш Корчактан 10 васыят

Бала – ул ҡәҙерле кәсә, уны Тормош һиңә һаҡларға һәм унда ижади усаҡ үҫтерергә биргән.

1. Күңелеңдә, балам миңә оҡшап үҫер, тигән өмөт йөрөтмә һәм бының өсөн тырышма ла. Уға һин үҙең теләгәнсә түгел, ә был тормошта үҙенсә йәшәргә, үҙе булырға ярҙам ит.
2. Балаңдан уның өсөн эшләгән изгелектәрең өсөн хаҡ талап итмә. Һин уға ғүмер биргәнһең, бының өсөн ул рәхмәтен нисек белдерә ала? Ул икенсе сабыйға ғүмер бирәсәк, уныһы үҙ сираты еткәс – өсөнсө балаға. Был рәхмәт белдереүҙең ҡотолғоһоҙ законы.
3. Асыуыңды балаңдан алма, юҡһа ҡартайған көнөңдә әсеһен татырһың. Нимә сәсһәң, шуны урырһың, тигән мәҡәлде хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.
4. Бәләкәстең проблемаларына көлөп ҡарама. Тормош ауырлыҡтары һәр кемдең хәленә ҡарап бирелә, ышан, бала ғына булһа ла, уның кисергәндәре һинекенән хатта ауырыраҡтыр ҙа, сөнки әле уның тормош тәжрибәһе юҡ.
5. Кәмһетмә!
6. Онотма, кеше өсөн иң мөһим осрашыу – ул балалар менән осрашыу. Уларға нығыраҡ иғтибар итәйек – алдыңдағы бәләкәс кешелә кемде осратырыбыҙҙы белмәйбеҙ бит.
7. Балаң өсөн нимәнелер эшләй алмаһаң (белмәһәң, хәлеңдән килмәһә), үҙеңде бөтөрмә, ни бары хәтереңдә тот: балаң өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнмәгән әле.
8. Сабый – һинең бөтә ғүмереңде биләп алған тиран йә тәндән һәм ҡандан тыуған емеш түгел. Бала – ул ҡәҙерле кәсә, уны Тормош һиңә һаҡларға һәм унда ижади усаҡ үҫтерергә биргән. Ул усаҡ әсәй менән атайҙың һөйөүе, һәм унда “беҙҙең” йә "үҙемдең“ бала түгел, ә һаҡларға бирелгән йән үҫәсәк.
9. Сит баланы ярата бел. Башҡаларҙың һинең сабыйыңа насарлыҡ эшләүҙәрен теләмәгән кеүек, үҙең дә ситтәргә яуызлыҡ ҡылма.
10. Балаңды нисек бар, шулай – һәләтһеҙме ул, уңышы юҡмы, инде ҙурайғанмы – ярат. Уның менән аралашҡан һайын ҡыуан, сөнки ул әлегә һинең яныңда, һәм был үҙе бер байрам.

Читайте нас: