-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
18 Август 2022, 11:04

ЭРЕМСЕКЛЕ "ҠОЛАҠТАР"

Тәмле генә түгел, файҙалы ла был "Эремсекле "ҡолаҡтар""! Балалар айырыуса ярата уны! Бергәләп бешерһәгеҙ, күңеллерәк тә булыр, түңәрәктәрҙе шәкәргә манып ултырыу ҙур ҡыуаныс бирәсәк уларға! 

ЭРЕМСЕКЛЕ "ҠОЛАҠТАР"
ЭРЕМСЕКЛЕ "ҠОЛАҠТАР"

200 г маргарин йә май;

250 г эремсек;

1 стакан он;

бысаҡ осонда ғына тоҙ һәм он йомшартҡыс;

Ванилин һалырға мөмкин;

ҡамырҙы манырға 1 стакан шәкәр.

 

Маргаринды яҡшылап иҙергә, эремсек, он, тоҙ, он йомшарҡыс һәм ванилин өҫтәргә. Ҡамырҙы йоҡа ғына йәйеп, стакан менән түңәрәктәр ҡырҡып сығырға. Түңәрәктең бер яғын шәкәргә манырға һәм, шәкәрле яғын эскә ҡалдырып, яртыға бөкләргә. Уныһын да шәкәргә манып, дүрткә бөкләргә һәм өҫкө яғын йән шәкәргә манырға. Шәкәрҙең күләме теләгегеҙгә ҡарап алына. 15-20 минут эсендә печеньелар әҙер ҙә була. 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: