5-7 картуф;
2 йомортҡаның ағы;
самаһынса тоҙ;
татлы паприка (тәменә ҡарап)
ҡара борос (тәменә ҡарап)
Картуфты таҙартырға, 1 см ҡалынлығында оҙонсалап турарға. Йомортҡаның ағын ныҡ итеп туғырға.Тоҙ, паприка, борос өҫтәп, болғарға. Картуфты тәрән һауытҡа һалып, йомортҡаның ағын ҡойорға һәм яҡшылап бутарға. Духовканы 200-220 градусҡаса йылытырға. Противенгә пекарь ҡағыҙы йәйеп, картуф киҫәктәрен теҙеп сығырға. Духовкала 7-10 минут бешергәндән һуң, ҡағыҙҙы алырға һәм картуф ҡыҙарғансы бешереүҙе дауам итергә.
Ашығыҙ тәмле булһын!