* * *
Эйе, бутҡаны кемдер ярата, кемдер юҡ. Мин дә яратам уны. Атайым да ҙур теләк менән ашай...
Бутҡа — ул һыуҙа, йә һөттә бешерелгән бик файҙалы ашамлыҡ. Уға тоҙ, шәкәр, тәмләткестәр, емеш-еләк, сәтләүектәр һәм кипкән емештәр ҡушып та бешерергә була. Беҙҙең ғаиләлә бутҡа иртәнге традицион аш.