ТУҢДЫРМА - ТӘМЛЕ ҺӘМ ФАЙҘАЛЫ РИЗЫҠ!
Туңдырма организмды кальций, липидтар, протеин, минерал, аминокислоталар һәм башҡа күп матдәләр менән байыта. Тағы бер үҙенсәлеге — тәбиғи һөт йәки һөт өҫтөнән яһалған тәмлекәс нервы көсөргәнешлеген бөтөрә һәм тынысландыра.
Пломбирҙа триптофан аминокислотаһы бар. Нәҡ ул серотонинды, йәғни бәхет гормонын эшкәртеүҙә булышлыҡ итә.
Бына шулай, дуҫтар. Тик туңдырманың тәбиғи һөттән яһалғанын ғына ашағыҙ, ҡалғандары, киреһенсә, зыянлы булыуы ихтимал.