-11 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
24 Август 2021, 07:35

Еләк ләүеше.

* * *   Бер стакан һөт, 2 стакан һыу, 1 стакан тулыр-тулмаҫ шәкәр ҡомо, 1 ҡалаҡ ҡоро сүпрә, 200 грамм аҡ май, самалап он, тоҙ алына.Эслек өсөн 2-3 стакан туңдырылған еләк йәки сейә ҡулла­ныла.

Еләк ләүеше.
Еләк ләүеше.

 


* * * 
Бер стакан һөт, 2 стакан һыу, 1 стакан тулыр-тулмаҫ шәкәр ҡомо, 1 ҡалаҡ ҡоро сүпрә – ошоларҙы бергә ҡушып болғатырға ла ҡабартырға ҡуйырға. Һуңынан аҡ май, он, тоҙ ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға. Сәғәт ярымға йылы урынға ҡуйып торорға. Ул арала иретелгән сейәгә ярты йәки бер стакан шәкәр ҡомо һалып бутарға. Ә еләккә ярты стакан шәкәр ҡомо менән бергә 2-3 ҡалаҡ ҡаймаҡ та ҡушырға.
Ҡамыр ҡабарғас, ике йәймә әҙер­ләп, береһен табаға йәйеп һалырға.
Еләк йәки сейә эслеген тигеҙләп яғырға ла, икенсе йәймә менән өҫтөн ҡаплап, ситтәрен тоташтырырға. Лә­үеште 200 градусҡа тиклем эҫетелгән мейескә урынлаштырырға. Ярты сәғәттән ләүеш бешеп сыға.
 
(Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: