Кистән бер стакан һөттө ҡайнатып сығарам. Үҙем яратҡан ярманы һалам, болғатам, ҡуйылығын тигеҙләйем, бер семтем тоҙ, бер семтем шәкәр ҡомо, бер сәй ҡалағы аҡ май өҫтәп, бер минут тирәһе , талғын утта ҡайнатҡас, утын һүндереп, бутҡаны өҫтәл өҫтөнә күсереп ултыртам. Өҫтөн таҫтымалдар менән ябып, таң атҡансаға тиклем ҡалдырам.
Ә иртәнгә, төнө буйы үҙ эҫеһендә талғын ғына бешеп ултырған бутҡаны йылытып ашарға ғына ҡала.
Яҙыуы оҙон булһа ла, эше биш минутлыҡ ҡына ул.
... төнгөлөккә ҡалдырмай, хәҙер генә ашайым тиһәң, 10 минут талғын утта ҡайнатһаң да була... Тәмен һуңынан сағыштырырһығыҙ! Төн буйы ултырған бутҡа тәмлерәк...