-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
29 Июль 2021, 19:17

Әҙ тоҙло ҡыяр тоҙлау

Ҡыҙҙар, бына һеҙгә целлoфан пакетта тиҙ генә тоҙлана торған ҡыярҙың peцебы:

Әҙ тоҙло ҡыяр тоҙлау
Әҙ тоҙло ҡыяр тоҙлау


* * *
- 1 кг. - урта ҙурлыҡтағы ҡыяр
- 3 теш - һарымһаҡ
- 0,5 ус - йәш әнис
- 2 с. ҡ. - тоҙ
- 0,5 с. ҡ. - шәкәр ҡомо
- 5-6 бөртөк - ҡара борос

-Ҡыярҙарҙы матур итеп йыуып, остарын ҡырҡығыҙ.

- Ҡыярҙарҙы ике ҡатлы целлофан пакетка һалығыҙ. Әрсеп, ваҡлап һарымһаҡ, әнис өҫтәгеҙ.Ошонда уҡ тоҙ, шәкәр ҡомо, борсаҡ борос
һалығыҙ!

- Һуңынан пакетты ныҡ ҡына бәйләп, спецтары тигеҙ таралғансы һелкетеп алырға...
- Бүлмә тeмпeратураһында бер сәғәт тотҡас, 3 сәғәткә һыуытҡысҡа оҙатырға...
- 4 сәғәттән һуң ашарға мөмкин.
- Бер аҙна тирәһе һаҡларға була.

Тәмле, шифалы булһын!

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: