+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
27 Июль 2021, 14:39

"Йомроҡай"ҙар

Йомро-йомро йомғағым, тигән кеүек, был тәмлекәстең исеме "ЙОМРОҠАЙ"ҙар!

 

 Тәме - телде йоторлоҡ, ауыҙҙа иреп кенә тора.
Бының өсөн 1 һауыт ҡуйы һөт, сама менән тоҙ, 2 йомортҡа, бер семтем сода һәм он кәрәк буласаҡ.
Быларҙы бергә ҡушып, ҡамыр әҙерләйбеҙ. Шунан ҡамырҙы бер аҙ ял иттереп алғас, бәләкәй генә шариктар әүәләп, көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ.
Йомроҡайҙарыбыҙ әҙер! 
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: