+3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
26 Июль 2021, 12:23

Туңдырма сере

Туңдырманы балалар ҙа, ололар ҙа ярата! Кибеттә ниндәйе генә юҡ уның... Ана шул кеше ҡайһы төрөнә өҫтөнлөк биреүенә ҡарап, кешенең холҡон белеп була, тиҙәр:- Шоколад вағы һибелгәнде – тотороҡһоҙ, ҡыҙыҡһыныусан, гел яңылыҡ эҙләүселәр ярата икән...

Туңдырма сере
Туңдырма сере



- Стакан формаһындағы туңдырмаға өҫтөнлөк биреүселәр – романтиктар, улар өсөн беренсе сиратта – тыныслыҡ. Башҡаларҙың проблемаларын үҙҙәре аша үткәреп, кеше хәленә инә беләләр. Улар менән шаярғанда ла уйлап шаярврға кәрәк, сөнки үпкәләтеп ҡуйыуығыҙ ихтимал.

- Ике яғы ла вафлялыһын үҙ итеүселәр – эш кешеләре. Улар гел хәрәкәттә, хеҙмәттән йәм табып йәшәй. Бик яҡшы хужа һәм хужабикәләр.

- Еләк-емешле туңдырма һөйөүселәр – үҙ һүҙле, эгоистар. Тормоштан ҡәнәғәт булып, унан ләззәт алып йәшәйҙәр. Ундайҙар өсөн ирешә алмаҫлыҡ маҡсат юҡ.

- Төрлө туңдырманы ашаусылар – күңелле заттар. Һәр нимәгә еңел ҡарап, тормоштан йәм табып, шатланып, ысын күңелдән көлә белеүселәр.

- Ә бына бөтөнләй был тәмлекәсте ашамаусылар ниндәй холоҡлолар икән? Шикле кешеләр. Улар янында һаҡ булырға кәрәк. Башында ниндәй уй барлығын да белеп булмай, имеш...

(Интернеттан алынды)

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: