+2 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
25 Июль 2021, 12:01

Ҡара ҡарағаттан ҡайнатма

Кәрәк буласаҡ: 10 ст ҡара ҡарағат, 15 ст шәкәр, 1 ст һыу.

Ҡара ҡарағаттан ҡайнатма
Ҡара ҡарағаттан ҡайнатма





Ҡарағатты таҙартып, йыуып, һарҡытып алабыҙ. Кәстрүлгә 1 стакан һыу һәм 7,5 стакан шәкәр һалабыҙ. Сироп әҙерләйбеҙ, шәкәр тулыһынса иреп бөтөргә тейеш.

Ҡайнаған сиропҡа бөтә ҡарағатты һалып, ул ҡайнап сыҡҡандан һуң тағы ла 10 минут утта тотабыҙ. Аҙаҡ уттан алабыҙ. Был массаға ҡалған шәкәрҙе һалып, ул тулыһынса иреп бөтәкәнсе 10 минут тирәһе бутайбыҙ. Эҫе көйө банкаларға һалырға. Һыуытҡыста һаҡлана.

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: