+18 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
16 Июль 2021, 16:13

Кейкпопстар

Был тәмлекәсте балалар бик ярата!   

Кейкпопс
Кейкпопс

📌400 г әҙер бисквит
📌1 ҡап эремсекле сыр (140-150 г)
📌таяҡсалар (17-20 шт)
📌2 ҡап шоколад (180-200 г)
📌биҙәр өсөн төҫлө тәмлекәстәр

Шоколадлы бисквит өсөн:
📌1 йомортҡа
📌100 г шәкәр
📌30 г какао (1,5 аш ҡалағы)
📌120 г он (+/-)
📌60 г көнбағыш майы
📌0,5 стакан ҡайнар һыу (100 мл)
📌0,5 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс
📌0,5 балғалаҡ сода
📌семтем тоҙ
📌ванилин

🔸Ҡамыр әҙерләүгә 5 минут китә ❗
Ондо, ҡамыр йомшартҡысты, соданы, семтем тоҙҙо бергә ҡушып иләк аша үткәрергә лә, йомортҡаны, шәкәрҙе, ванилин, көнбағыш майын ҡушып, яҡшылап болғатырға. Какаоға ҡайнар һыу ҡойоп болғатырға, массаға ҡушырға. Ҡамырҙы формаға оҙатып 180 градуста 25-30 минут бешерергә.
Әҙер бисквитты ҡул менән ваҡлап, эремсекле сыр ҡушып баҫырға.
Бер тигеҙ йомроҡастар эшләп (~25-30 г), 20-30 минутҡа һыуытҡысҡа оҙатырға.
Артабан һәр таяҡсаның осон ирегән шоколадҡа манып, йомроҡастарға беркетеп сығырға ла, йәнә 20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйырға.
Йомроҡастарҙы берәмләп бокалда ирегән шоколадҡа манырға, артыҡ шоколады ағып төшһөн өсөн, еңелсә генә һелкетергә. Кейкпопстарҙы төҫлө тәмлекәстәр менән биҙәп, пенопласт киҫәгенә теҙеп сығырға ла һыуытҡысҡа ҡуйырға.
Кейкпопстар әҙер. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! 

"Уңған килендән рецептар" төркөмөнән алынды. 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: